Александр Невский соборы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Невский соборы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Александр Невский
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Епархия Донская и Новочеркасская епархия[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Александр Невский соборы (Дондағы Ростов) Викимилектә

Александр Невский соборы — 1930 йылдарҙа Дондағы Ростовта емерелгән кафедраль собор. Собор Яңы баҙар майҙанында, Ҙур баҡса урамы һәм Ҙур Столыпин проспекты киҫелешендә урынлашҡан. Емерелгәнгә тиклем собор иң ҙур культ ҡоролмаһы һәм ҡалала иң бейек бина булған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1875 йылда «1866 йылдың 4 апрелендә император Александр II ғүмеренә ҡул һуҙыуҙан ҡотолоу»[1] хөрмәтенә буласаҡ Александр Невский соборы урынында архитектор С. Загоскин эскизы буйынса ваҡытлыса сиркәү һалына.

1887 йылда ҡала думаһы ҡала башлығы А.М. Байков етәкселегендә Яңы Баҙар майҙанында ҙур ғибәҙәтхана төҙөргә ҡарар итә[1] Александр Невский соборының проектын Новочеркасск ғәскәри Вознесенский соборын төҙөүсе архитектор -академик А.А. Ященко эшләй. 1888 йылда ҡала думаһы проект эскизын хуплай, әммә финанс йәһәттән вәкилдәр архитекторға ҡорамдың күләмен кәметергә ҡуша. 1890 йылдың аҙағында ростов думаһы икенсе проектты хуплай, Екатеринослав дини консистория собор төҙөүгә рөхсәт бирә һәм шул уҡ йылдың майында соборҙың тәүге ташы һалына. Төҙөлөш 16 йыл дауам итә һәм 1908 йылда тамамлана. Шул уҡ йылдың 17 авгусында собор изгеләндерелә, әммә, архитектор А. А. Ященко ла, төп иғәнә биреүсе сауҙагәр П. И. Ильин изгеләндереүгә тиклем йәшәмәй. Александр Невский соборы үҙенең булыу осоронда Яңы Баҙар майҙанының төп композицион үҙәге булып тора.

Собор урынында Советтар йорто һәм ҡыҙылармеец, һәйкәле
Собор революциянан һуң

Емерелеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер аҙҙан 1917 йылғы революциянан һуң ҡорамда ғибәҙәт ҡылыуҙар туҡтай. Ростовта совет власы урынлашыу менән, сиркәү, шаһиттарҙың һөйләүе буйынса, большевиктар башҡарған күп тапҡыр шартлауҙарға дусар була. Соборҙағы тәреләр ҡыҙыл йондоҙҙар менән алмаштырыла, ә инеү урыны өҫтөндә совет гербы ҡуйыла. 1930 йылда Александр Невский соборы емерелә. Уның урынында Советтар майҙаны һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ростов өлкә Советының башҡарма комитеты бинаһы урынлаша (хәҙер өлкә хакимиәте). 1972 йылда майҙан үҙәгендә «Беренсе атлылар монументы» урынлаша, уның скульптура төркөмөн Евгений Вучетич төҙөй, архитектура өлөшөн И.И. Ловейко, Я.А. Ребайн һәм Л.Л. Эберг башҡара.

Экстерьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡланып ҡалған арыҫлан фигуралары соборға инеү урынын биҙәй .

Александр Невский соборының күләмле-арауыҡлы композицияһы тәре-көмбәҙле ҡорам нигеҙендә төҙөлгән. Үҙәк, буй һәм арҡыры нефы түңәрәк барабан һәм көмбәҙ менән тамамланған. Мөйөштәрендә бәләкәй диаметрлы дүрт көмбәҙ урынлашҡан.

Сиркәү тирәләй канада тирәктәренән сквер булған. Сиркәүҙе төҙөгәндә, шул ваҡыттағы архитекторҙар билдәләүенсә, «авторҙың таныш булған композицион алымдарҙан ситкә китеп, культ ҡоролмаһының мөһабәт образын булдырыу» торған[2].

Интерьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соборҙың майҙаны мең квадрат метр тирәһе тәшкил иткән, унда 1500 кеше урынлаша алған. Собор ағалы-ҡустылы Васнецовтар эшләгән фрескалар менән биҙәлгән һәм өс иконостастан торған: үҙәк — изге Александр Невский хөрмәтенә һәм ҡабырғалағылары изге Пантелеимон һәм изге Петрға арналған.

Тергеҙеү проекты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуаттың 90-сы йылдарында ҡала йәмәғәтселегенең юғалған мәҙәни ҡомартҡыға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы тыуа, емерелгән соборҙы тергеҙеү тураһында фекер барлыҡҡа килә. Әммә емерелгән соборҙы яңынан ҡороу мөмкин булмай, сөнки күсермәһе буйынса тергеҙеү өсөн уның һыҙмалары бер ҡайҙа ла һаҡланмаған.

Беҙҙең көндәрҙә, Дондағы -Ростовтың 255 йыллығына ростов эшҡыуарҙарының береһенең аҡсаһына, ҡасандыр торған мөһабәт ҡорам урынында кесерәйтелгән күсермәһе менән ҙур булмаған иҫтәлекле билдә тора. Скульптура композицияһы — 1:50 масштабындағы ҡорамдың теүәл моделе В. Тарасенконың архитектура оҫтаханаһында эшләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Александр Ильин, ҡала тарихы Ростов-на-Дондағы Ростов-на-дону, 2006, 86 б
  2. Фото Ростова, архитектура, история и фотографии Ростова-на-Дону. www.temernik.ru. Дата обращения: 27 ғинуар 2016. 2016 йыл 12 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Белоцерковский Г. И коробейнику памятник, и храму // Парламентская газета. — 2004, 19 нояб. — С. 20.
  • Волошинова Л. Ф. Мартиролог храма во имя Св. Александра Невского // Перекрёсток столетий / Л. Волошинова. — Ростов н/Д, 2004. — С. 103—115.
  • Евенко М. Г. Александро-Невский собор в Ростове-на-Дону. Экология городской культуры / М. Г. Евенко, С. Д. Сулименко // Межд. науч.-практ. конф. «Архитектура и экология», 22— 26 октября 2007 г. — Ростов н/Д, 2007. — С. 160—163.
  • Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — Ростов н/Д, 1999. — С. 133—134.
  • Иванова А. Непрезентабельный презент // Седьмая столица. — 2004, 8—15 сент. — С. 4.
  • Кисин С. Храм советов // Вест. Мин-ва строительства, архитектуры и жилищно-коммунального хоз-ва Рост. обл. — 2004. — № 5. — С. 67—69.
  • Кишкинова Е. М. Памятники «византийского стиля» в Нижнем Подонье и Поволжье / Е. М. Кишкинова // Сб. науч. тр. / Ин-т архитектуры и искусств. — Ростов н/Д, 2008. — С. 92—107.
  • Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов н/Д, 1996. — С. 235—237.
  • Кухаренко К. Православный ростовский люд ждёт покаянный крестный ход // Вечерний Ростов. — 2005, 15 июля. — С. 6.
  • Лобжанидзе В., Лаптев Г. Путешествия по старому Ростову. — Ростов н/Д, 1997. — С. 114—117.
  • Малаховский Е. И. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону, утраченные и существующие. — Ростов н/Д, 2006. — С. 63-68.
  • Православие на Дону. Ростов Православный. — [Ростов н/Д, 2007]. — С. 86—87.
  • Ростов-на-Дону. Портрет города на рубеже XIX—XX веков. — Ростов н/Д, 2007. — С. 120—121.
  • Сапега С. Увидит мини-церковь ростовчанин — сразу присмиреет и перекрестится? // Вечерний Ростов. — 2004, 13 сент. — С. 7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]