Эстәлеккә күсергә

Авдонин Александр Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Николаевич Авдонин битенән йүнәлтелде)
Александр Николаевич Авдонин
Тыуған көнө

27 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Түбәнге Хила, Шилка районы, Чита өлкәһе, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй флагы Рәсәй

Ғилми даирәһе

фәлсәфә

Эшләгән урыны

СССР ФА
ӨДНТУ

Альма-матер

Урал дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы

Ғилми исеме

доцент

Авдонин Александр Николаевич (27 ноябрь 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-фәлсәфәсеһе. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2007).

Александр Николаевич Авдонин 1948 йылдың 27 ноябрендә Чита өлкәһенең Түбәнге Хила ауылында тыуа.

1973 йылда Свердловск ҡалаһында Урал дәүләт университетын тамамлай. Артабанғы өс йылды Александр Авдонин СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Көнсығыш Себер филиалында эшләй.

1976 йылдан алып Александр Николаевич Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, шул иҫәптән 2000—2001 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире була.

2006 йылда «философия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, киләһе йылда профессор була. Бөтә Рәсәй Философия йәмғиәте ағзаһы.

Авдониндың ғилми тикшеренеүҙәре онтология һәм танып белеү теорияһы, фән фәлсәфәһе, социаль философия мәсьәләләренә бағышланған.

Александр Николаевич 40‑тан ашыу ғилми эш авторы булараҡ билдәле.

  • Обоснование фундаментальных теоретических объектов. Өфө, 2003.