Александр майҙаны (Өфө)
Александр майҙаны | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Александр майҙаны Викимилектә |
Александр (Профсоюз) майҙаны ҡаланың Ленин районында Мостай Кәрим урамы менән Карл Маркс урамы араһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр майҙаны Өфөлә тарихи майҙандарҙың береһе булып тора. 1819 йылда ул архитектор В.Гесте тарафынан классицизм стилендәге биналар ансамбле төрө һымаҡ проектлана. Александр майҙаны һәм унда урынлашҡан Александр сиркәүе Өфөнөң төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Приют майҙаны һәм Раштыуа- Богородский сиркәүенән айырмалы рәүештә архитектура доминантаһы булырға тейеш була.
Александр сиркәүе тәбиғи убала төҙөлә, әммә ҡаланың даими булмаған төҙөлөштәре арҡаһында майҙан башҡа майҙандарға ҡарата ассиметрик урынлаша, ә Александр урамы (хәҙер Карл Маркс урамы) майҙанды ярым түңәрәк урап үтә.
1840 йылда майҙан эргәһендә ғибаҙәтхана һәм Өфө сик батальонының ике ҡатлы ике корпусы төҙөлөп бөтә. Шул ваҡытта уҡ майҙан Казарма майҙаны тигән исем ала. Унда халыҡ алдында енәйәтселәргә үлем язаһы үткәргәндәр.
Әлеге ваҡытта майҙандың ҡиәфәте тулыһынса үҙгәрҙе. Иҫке биналарҙан тик казармалар тороп ҡалды, Александр сиркәүе һүтелде, майҙан эргәһендә яңы биналар төҙөлдө, шул иҫәптән иҫтәлекле урын — Профсоюз Йорто. Профсоз Йорто буйынса урам Профсоюз майҙаны тип атала.
Әлеге ваҡытта майҙанда сквер эшләнгән, уның менән йәнәшә юғары комфортлы күп ҡатлы торлаҡ биналары төҙөлгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.