Эстәлеккә күсергә

Алтаҡар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтаҡар
Зат ир-ат
Балалары Урак-мирза[d]

Алтаҡар — манғыт юлбашсыһы, Нуғай Урҙаһы бейе Муса улдарының береһе.

Ямғурса бабайы вафатынан һуң Алтаҡар «улыҫ хакимы», йәғни Урҙаның нигеҙен тәшкил иткән манғытттарҙың юлбашсыһы булып ҡала. Әммә бөтә Урҙаның бейе Хәсән бабайы була. Күрәһең, Хәсән юғары ҡатлам кешеләре араһында өлкән ағалары Ямғырса менән Муса кеүек абруй менән файҙаланмағандыр. 1505 йылда уҡ үҙ сәйәсәтен алып барырға теләп, Литваға үҙ илселәрен ебәргән Алтаҡар менән уның араһында низағ килеп тыуа. 1507 йылдың йәйендә Алтаҡар Мәскәүҙән хат менән килгән курьерҙы Хәсәнгә һәм Ямғырсаның улы Алаҫҡа үткәрмәй. Алтаҡар һәм уның ҡустылары артында Манғыт улыҫтары тора, ә Хәсәнде күсмә халыҡтың аҡһөйәктәр ҡоро һайлап ҡуя, әммә улар үҙҙәре һайлап ҡуйған кеше өсөн һуғышырға әллә ни теләк белдермәй. 1508 йылда Хәсән һуңғы тапҡыр үҙенең хакимлығын нығытырға тырышып ҡарай. Йолаға ярашлы ул хан итеп шибанид вәкиле Мәхмүҙәк улы Ағалаҡты саҡыра, ә үҙе уның янында бикләрбәк булырға теләй. Моғайын, юғары ҡатлам Ағалаҡҡа буйһонорға теләмәгәндер. 1508 йылдан һуң Ағалаҡ тураһында ла, Хәсән тураһында ла бер мәғлүмәт тә юҡ.

Хәсәндең вафатынан һуң Мусаның төрлө ҡатындарҙан тыуған ике улы Алтаҡар һәм Шәйех-Мөхәммәт араһында көсөргәнешле үҙ-ара һуғыш башлана. (1503 йылда ғына Оло Урҙа ханы Шәйех-Әхмәтте Муса биләмәләренә улар икеһе бергәләп саҡырған була). Алтаҡарҙың аныҡ ҡына дәрәжәһен билдәләп булмай, әммә урыҫ сығанаҡтарында уны Нуғай Урҙаһы ханы тип иҫәпләйҙәр, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уны мырҙа тип тә атайҙар. 1508 йылда Мәскәүгә Сәйет-Әхмәт һәм Алтаҡар икеһе лә илселәр ебәрә. Алтаҡарҙың йәйләүҙәре Волга буйында урынлаша, үҙенең хатында ҡаҙаҡтарҙың барымтаһына ҡаршы яу асыуы тураһында хәбәр итә, күрәһең, был яу уның еңеүе менән тамамланғандыр. Ул Хәсән хан бар саҡта уҡ улыҫ хакимы хоҡуғын алыуына таянып эш итә, бынан тыш Урҙаның көнбайыш, Волга буйы өлөштәре уның ҡул аҫтында, Башҡортостан да уға буйһонған була.

1510 йылда Алтаҡар һәм Шәйех-Мөхәммәт яҡлылар араһында хәрби бәрелеш була. Күрәһең, уның сәбәбе нуғай бейенән хакимлыҡ алырға теләү булғандыр. Был бәрелештә Алтаҡар еңеп сыға, ә Шәйех-Мөхәммәт яҡлылар Волганың уң яҡ ярына ҡыҫырыҡлап сығарыла. 1514 йылда Әстерхан ханы Йәнебәк яҡында ғына урынлашҡан Шәйех-Мөхәммәтте ҡыйратырға уйлай. Бының сәбәптәре төрлө — ябай талауҙан яңы килеп урынлашҡан күршеһен юҡ итеүгә тиклем. Бының өсөн ул ярҙамға Алтаҡарҙы, уның менән бергә Муса, Сәйет-Әхмәт һәм Мамайҙың улдарын, шулай уҡ Алтаҡарҙың улы Кил-Мөхәммәтте лә саҡыра. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Йәнебәк нуғайҙарҙың килеүен көтөп тормай, ә Оло Урҙа хандары ҡалдыҡтары — «Әхмәт улдары» Мозафар һәм Хаджиҡ менән ғәсҡәрен Шәйех-Мөхәммәткә йүнәлтә. Яу уңышлы тамамлана, ә Шәйех-Мөхәммәт саҡ-саҡ ҡотолоп ҡала, мөлкәте һәм Улыҫы баҫып алына. Алтаҡар етәксеклегендәге нуғай кенәздәре, Әстерхан янына килеп еткәс хәрби табышһыҙ ҡалыуҙарын аңлап, бик ныҡ асыулана. Алтаҡар Йәнебәктән уның файҙаһына Урҙа батшалары улдарын талауҙы талап итә, Йәнебәк быға бармаясағын асыҡтан-асыҡ белдерә, һәм нуғайҙар Яйыҡҡа тыбышһыҙ ҡайтырға мәжбүр була.

Бер нимәһеҙ ҡалған Шәйех-Мөхәммәт башын эйеп Алтаҡарға килә. Әммә Алтаҡар уны төрмәгә ябып ҡуя, был хәл, әлбиттә, Иҙеүкәй вариҫтарына хас холоҡ булмауын белгән мангыт аҡһөйәктәренең асыуын килтерә. Мамай, Шәйех-Мөхәммәтте ҡотҡара һәм уны ҡаланан алып сыға. Шәйех-Мөхәммәт үҙенең күптән түгелге дошмандарына — Әхмәттең улдарына йүнәлә һәм уларҙы ғәҙәттәгесә берләшеү кәрәклегенә инандыра — урҙа батшаһы улы Оло Урҙаның ханы тип иғлан ителә, ә Шәйех-Мөхәммәт уның янында бикләрбәк булып ҡала. Һөҙөмтәлә Хаджиҡ хан тип иғлан ителә, әммә үҙенең эшмәкәрлеген ул Мозафарҙың улдарын ҡулға алыуҙан һәм уларҙы талауҙан башлай, Мозафар үҙе Әстерханға ҡаса.

Йәнебәк яңы хандың пәйҙә булыуына һәм Оло Урҙаны ҡайтанан тергеҙеү мөмкинлеге тыуыуына борсола. 1515 йылда бергәләп һуғышыу өсөн уға Алтаҡар килә, әммә йәнә берләшә алмайҙар, сөнки Алтаҡар Урҙа ханы Мозафарҙы тар-мар итеп, уны таларға тәҡдим итә, ә Йәнебәк бының менән килешмәй. Һөҙөмтәлә әстерхандар менән ҡыҫҡа ғына бәрелештән һуң Алтаҡар кире Яйыҡҡа ҡайта.

1516—1517 йылда Алтаҡарҙың Шәйех-Мөхәммәт менән тағы бер бәрелеше булып ала. Был юлы Алтаҡар ғәсҡәре ҡыйратыла, ә ул үҙе Ҡырымға Мөхәммәт Гәрәйгә барып һыйына. Уның менән 100-гә яҡын мангыт аҡһөйәктәре лә килә, рухтары һынған был кешеләр Ҡырым ханына тулыһынса буйһонасаҡтарына ризалаша. Хан янындағы урыҫ илсеһе уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта. Мөхәммәт Гәрәй, ҡасаҡтарға ярҙам итергә ниәтләнеп, ҡалға Баһадур Гәрәйҙе 30 меңлек ғәсҡәр менән көнсығышҡа ебәрә, уныһы, нуғайҙар, әстерхандар һәм урыҫтарҙың берләшеүе тураһында ялған хәбәр алып, кире борола, ҡайтышлай көньяҡ Рязанды талап үтә.

Тап ошо ваҡытта Ҡырымға Шәйех-Мөхәммәт илселәре килә, улар ҙа Ҡырым ханын өлкән уҙаҡташ тип таныуҙары һәм был берләшмәне нығытыу өсөн Әстерхан ханлығын ҡыйратыуҙы тәҡдим итә. Улар шулай уҡ Алтаҡар менән булған эске бәхәсте тыныс юл менән хәл итеү мөмкинлеген, һәм уларҙа үҙ туғандарын ҡырыу ниәте булмауын еткерергә тырыша. Был тәҡдимдәр өҫтөндә хан уйлаған мәлдә Алтаҡар, ҡурҡып, Ҡырымдан ҡаса.

Нуғай урҙаһының артабанға тарихы биттәре 1519 йылда ҡаҙаҡтарҙың Ҡасим хан етәкселегендә ябырылыуына бәйле. Үҙ-ара һуғышып көсһөҙләнгән нуғайҙарҙы ҡаҙаҡтар ҡыйрата, уларҙың күптәре Волганың уң яҡ ярына ҡаса һәм Ҡырым ханынан яҡлау һорай. Ҡырымға килгән мангыт аҡһөйәктәре араһында Алтаҡар ҙә була.

Уның артабанғы яҙмышы тураһында теүәл генә мәғлүмәттәр юҡ. Күрәһең, ҡаҙаҡтар менән бәрелештәрҙең береһендә һәләк булғандыр. Башҡорт легендаларында уның Аҡнаҙар ҡулынан һәләк булыуы раҫлана. Әлбиттә, Аҡнаҙар Ҡасим улы булған, тип фаразларға була, ләкин ул мәлдә Аҡнаҙар бала ғына була.

  • В. В. Трепавлов. История Ногайской Орды. Москва. Издательская фирма «Восточная литература», РАН