Аляска ҡултығы
Уҡыу көйләүҙәре
Координаты: пропущена долгота
| Аляска ҡултығы | |
|---|---|
| ингл. Gulf of Alaska | |
| Координаты: пропущена долгота | |
| Юғарылағы акватория | Тымыҡ океан |
| Ил | |
| Иң ҙур тәрәнлек | 5659 м |
Аляска ҡултығы (ингл. Gulf of Alaska)[1] — Аляска ярымутрауы яр буйы һәм көнбайышта Кадьяк утрауынан көнсығышта Александр архипелагына тиклем һуҙылған һыҙат менән сикләнгән Тымыҡ океан ҡултығы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Максималь тәрәнлеге — 5659 м. Бихисап бухталар һәм эстуарийҙар бар. Төп порттары: Сьюард, Принс-Руперт (Канада).
Ҡултыҡ яр буйҙаәры ныҡ йырғыланған, ярҙарында урмандар, тауҙар һәм боҙлоҡтар менән ҡапланған. Һуңғылары араһында Төньяҡ Америкала иң ҙур үҙән боҙлоғо — Хаббард боҙлоғо бар.
Аляска ҡултығында углеводород ятҡылыҡтары табылған.
1980 йылдан ҡултыҡтың төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ өлөшөндөге күп кенә яр буйы утрауҙары Аляска диңгеҙ милли ҡурсаулығына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карта США, ГУГК, 1988 год