Алһыу мәсет (Ҡазан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәсет
Розовая мечеть
татар. Ал мәчет
Новослободская мечеть.jpg
Ил Рәсәй Рәсәй
Республика Татарстан Татарстан
Город Ҡазан Ҡазан
Статус
Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 161711250870005 (ЕГРОКН)
объект № 1600000137 (БД Викигида)

Алһыу мәсет (татар. Ал мәчет; Унынсы йәмиғ, татар зыяраты эргәһендә, тәпәш бохар, Йәшел) — Ҡазандың Яңы-Татар слободаһындағы мәсет. 1906 йылда сауҙагәр Ғәликәйев Мөхәмәтсадыҡ аҡсаһына төҙөлгән. 1931 йылда. ябыла. Архитекторы билдәһеҙ. Исемен стеналарының төҫө буйынса ала. Мәжит Ғафури урамы, 67-сы һанлы йортта урынлашҡан.

1998 йылда элекке мәсет бинаһы Ислам динен ҡабул итеүгә 1000 йыл исемендәге Мәҙрәсәгә тапшырыла.

Мәсет тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1905—1906 йылдарҙа 1-се гильдиялы сауҙагәр Ғәликәйев Мөхәммәтсадыҡ Мөхәммәтсафа улы мәсеттең әлеге бинаһын төҙөй. Татарстан Республикаһы Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән 1931 йылдың 22 июлендә мәсет ябыла, бинаһы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай (профилакторий). Ике ҡат тәҙрәле зал, арка тәҙрәләрен ҙур турамөйөшлөгә үҙгәртеп, түшәм таяуҙары менән ике ҡатҡа бүленә. Үрге цилиндры һәм манараның сатыры һүтелә. Татар ССР-ы министрҙар кабинетының № 337 ҡарары менән 31.07.1991 архитектура ҡомартҡыһы булып таныла. 2000 йылда тергеҙелә.

Мәхәллә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиһабетдин Мәржәни хәбәр итеүенсә, Алһыу мәсет урынында Тәпәш мәсет булған, ул 1808 йылда сауҙагәр М. А. Апанаев аҡсаһына төҙөлгән.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәсет төньяҡ фасадҡа төкәтеп эшләнгән манараһы менән заллы мәсет тибына ҡарай. Ике ҡатлы тәҙрәле кирбестән һалынған тура мөйөшлө мәсеттең бинаһы дүрт яҡлы ҡыйыҡлы. Инеү урыны манараның нигеҙендә төньяҡ яғында урынлашҡан. Аҫлы-өҫлө тәҙрәле өҫкө тәпәш ҡатлы залы көмбәҙле ике рәт тәҙрәләр менән яҡтыртыла. Манара нигеҙенең дүрт ҡырлы өлөшөндә вестибюль бар. Көнбайыш һәм көнсығыш яҡтан уға ике кимәл тоташа, уларҙың уң яғында өҫкө тәпәш ҡатҡа баҫҡыстар һәм манараның бормалы баҫҡысы урынлашҡан, ә һул яҡта — эш бүлмәһе. Өҫкө өлөштәге өсмөйөшлө ауыштар һәм нигеҙҙәге түңәрәк уйымдар менән киҫелгән пирамидаль форма дүрт ҡырлы өлөштән һигеҙ ҡырлы ярусҡа күсеү юлы булып хеҙмәт итә, яруста тар балкон урынлашҡан. Һуңғы ярус матур сталактит кәрниз һәм бейек ҡытыршы сатыр менән балконлы бейек булмаған һигеҙ ҡырлы ҡоролма менән осланған, балкондың ҡоймаһы семәрле ҡалай менән көпләнгән. Фасадтың биҙәлеше милли-романтик юнәлештә «көнсығыш» мотивтары өҫтөнлөк иткән эклектика стилендә үтәлгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]