Эстәлеккә күсергә

Амбар иген көйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амбар иген көйәһе
Амбар иген көйәһе
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Буынтыкаяклылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Ҡанатлылар
Надотряд: Amphiesmenoptera
Отряд: Lepidoptera
Ғаилә: Күбәләктәр
Төр: Амбар иген көйәһе
Латинса исеме
Халыҡ-ара исеме күрһәтелмәгән
Һеҙ ,
latin=исеменн
ҡалып эсенә яҙып ярҙам итә алаһығыҙ

Амбар иген көйәһе [1] − ҡоротҡос күбәләк. Аҙыҡ-түлек келәттәре, ашлыҡ амбарҙары, элеваторҙар, тирмәндәрҙә тереклек итә.

Ҡанат йәйеме 20-25 мм, алғы ҡанаттары - һоро төҫтә, китекле ике аҡ һыҙығы һәм ҡара төҫтәге буй-буй арҡыры һыҙыҡтары һәм нөктәләре бар. Ҡортоноң оҙонлоғо 20 мм-ға етә, асыҡ-һары, алһыу, ҡайһы ваҡыт йәшкелт төҫтә була. Башлыса он, ярма, сохари һ.б. ашамлыҡтарҙы зарарлай. Он көйәһе (Pуralis farinalis) бөтә ерҙә таралған, ҡанат йәйеме 30 мм-ға етә, алғы ҡанаттары - ҡанат төбендә һәм осонда шәмәхә-көрән, уртада көлһыу-һоро һыҙыҡ үтә, артҡы ҡанаттары ҡараңғы һоро төҫтә, борылма һыҙыҡлы. Йыл быйына көйәләрҙең 5 быуыны үҫеп өлгерә. Ҡортоноң оҙонлоғо 20 мм-ға етә, һарғылт-аҡ төҫтә, һирәк кенә ҡыҫҡа һыҙыҡтар менән ҡапланған; ашлык, он, ярма, бесән, көрпә һәм кондитер аҙыҡтарын зарарлай.

  1. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)