Амбар талпандары
Амбар талпандары | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Acaroidea | ||||||||||||||||
|
Амбар талпандары[1] (лат. Acaroidea, Tyroglyphoidea, (рус. Амбарные талпандар [2]) — акариформалылар отрядының талпандар ғаиләһенән, амбар ҡоротҡостарының ғәйәт киң комплексы, 200 гә яҡын төрө бар.
Иң зарарлы ҡоротҡостар: он талпаны, оҙонса талпан, Радионов талпаны, ҡара аяҡлы, төклө, ябай талпанднар. Оҙонлоғо 0,2-0,6 мм, баш-күкрәк һәм ҡорһаҡ өлөштәренә бүленә. Етлеккән талпан − 4, ҡорттары − 3 пар аяҡлы. Ауыҙ аппараттары кимерә торған. Тупраҡта, йәнлек өндәре һәм ояларында, үҫемлек тамырҙары араһында һәм йәшел һабак-япраҡтарында йәшәйҙәр. Амбарҙарға ҡырҙан яңы уңышҡа эйәреп ҡайталар. Ашлыҡ, он һ.б. аҙыҡ-түлекте зарарлайҙар (бигрәк тә ашлыҡтың дымлылығы 14% тан артканда). Он талпанының үҫеш циклы: күкәй, ҡорт, нимфа 1, нимфа 2, етлеккән талпан. Ашлыҡ дымлылығы 13%, ондоң дымлылығы 12% -тан кәмерәк булған шарттар талпандар өсөн уңайһыҙһанала. 50 °C температурала талпандар үлә. Ашлыҡҡа кескенә ярыктар аша үтеп керәләр.
Талпандар зарарлаған он һәм ашлыҡтан күгәрек эҫе килә. Көрәш саралары: профилактика, физик-механик һәм химик ысулдлар менән юҡ итеү. Фураж ашлығы − хлорпикрин һәм бромлы метил, сәсеүлек орлоҡ дихлорэтан һәм металлилхрод менән төтенләп эшкәртелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
- ↑ Амбар талпандары — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)