Эстәлеккә күсергә

Амитабх Баччан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амитабх Баччан
һинд अमिताभ बच्चन
Исеме

Амитабх Шривастав

Тыуған көнө

11 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3] (82 йәш)

Тыуған урыны

Аллаһабад, Британ Һиндостаны (хәҙерге Һиндостан)

Һөнәре

актёр, кинопродюсер, Ҡалып:Телеведущий

Карьераһы

1969 йылдан бөгөнгәсә

Наградалары
Падма Шри
Падма Шри
Падма Бхушан
Падма Бхушан
Почётлы легион ордены кавалеры
Падма Вибхушан
Падма Вибхушан
IMDb

ID 0000821

srbachchan.tumblr.com[4]

 Амитабх Баччан Викимилектә

Амитабх Баччан (ингл. Amitabh Bachchan, һинд अमिताभ बच्चन, 11 октябрь 1942 йыл) — Һиндостан киноактёры, сәйәсмән, продюсер һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы. Өс Милли кинопремия һәм 11 Filmfare Awards эйәһе (Һиндостандың һинд телендә фильмдар төшөрөүҙәге уңыштар өсөн йыл һайын бирелә торған кинопремияһы, әһәмиәте буйынса Американың "Оскар"ына тиң). Һиндостандың иң юғары гражданлыҡ: 1984 йылда — Падма Шри, 2001 йылда — Падма Бхушан, 2015 йылда Падма Вибхушан наградалары менән бүләкләнгән. Үҙенең актёрлыҡ карьераһында барлығы 200-ҙән ашыу фильмда уйнаған.

Амитабх Баччан 1942 йылдың 11 октябрендә Уттар-Прадеш штатының Аллаһабад ҡалаһында билдәле һинд шағиры Хариванш Рай Баччан (тахаллусы (псевдонимы), ысын фамилияһы — Шривастав) һәм уның ҡатыны Теджи Баччан ғаиләһендә донъяға килә. Амитабхтың Аджитабх исемле ҡустыһы бар.

1973 йылдың июненән Амитабх Баччан актриса Джайя Бхадуриға өйләнгән. Уларҙың никахында Швета исемле ҡыҙ һәм Абхишек исемле малай тыуа. Абхишек Баччан да билдәле актёр, 2007 йылда актриса Айшвария Рай менән ғаилә ҡора[5].

Кинолағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылда Амитабх Баччан «Семь индийцев» (Saat Hindustani) фильмында тәүгә киноға төшә, һәм төп ролдәрҙең береһен башҡара. Фильм коммерция йәһәтенән уңышҡа өлгәшмәһә лә, ундағы роле өсөн ул, яңы иң шәп актёр булараҡ, милли кинопермияға лайыҡ була. Икенсе «Ананд» фильмында төп ролде Раджеш Кханна башҡара, Баччанға икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн Filmfare Award тапшырыла.

Шулай ҙа уға ысын уңыш бары тик 1973 йылда, «Затянувшаяся расплата» фильмында төп ролде башҡарғандан һуң килә. Унда актёрға «асыулы йәш егет», яңғыҙы яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкән полицейский роле (Баччандың роленең рус телендәге тәржемәһен В. Спиридонов уҡый) бирелә. Фильм Болливудҡа һынылыш индерә һәм артабан романтик жанрҙағы кинолар ғына түгел, боевиктар һәм детективтар төшөрөү ҙә үҫешә башлай. Уҙған быуаттың 70-се йылдары Һиндостан кинематографында Амитабх Баччан йондоҙо аҫтында үтә.

1982 йылда, «Носильщик» (Coolie) фильмын төшөргәндә, Баччан дублерһыҙ башҡарған ҡатмарлы трюктарҙың береһендә ауыр йәрәхәт ала. Һуғыш күренешен төшөргәндә, өҫтәл ҡырыйына ҡаты бәрелеү һөҙөмтәһендә талағы шартлай. Һөҙөмтәлә, ул бер нисә көн иҫһеҙ (комала) ята. Сценарий буйынса Баччан уйнаған герой үлергә тейеш була, әммә ваҡиғаларҙың икенсе боролош алыуы сәбәпле, фильм төшөрөүселәр уны үҙгәртә. Яңы версияла герой иҫән ҡала.

1984 йылда, популярлыҡ түбәһендә, Амитабх Баччан тыуған ҡалаһынан парламент һайлауҙарында үҙенең кандидатураһын ҡуя һәм ҙур айырма менән еңеп сыға. Әммә 1987 йылда ул сәйәсәттән китә һәм ҡабат киноға әйләнеп ҡайта.

Телевизион карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000−2005 йылдарҙа Амитабх Баччан «Кем миллионер булырға теләй?» телеуйынының һинд версияһын алып бара. 2007 йылда уны Шахрух Хан алмаштыра. 2010 йылда Баччан ҡабат телетапшырыуҙар алып барыусыһы булып китә.

  1. Amitabh Bachchan was born to be famous (ингл.) // The Times of India — 2012. — ISSN 0971-8257
  2. Amitabh Bachchan // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Amitabh Bachchan // Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. Google Knowledge Graph — 2012.
  5. Баччан, Амитабх // Энциклопедия кино. 2010