Эстәлеккә күсергә

Аммассалик (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аммассалик
Рәсем
Дәүләт  Гренландия (административ берәмек)
Административ үҙәк Тасиилак[d]
Административ-территориаль берәмек Сермерсоок[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Атлантик океан
Халыҡ һаны 2093 кеше
Оҙонлоҡ 37,5 km
Киңлек 31 km
Майҙан 699 км²
Карта
 Аммассалик Викимилектә

Аммассалик (дан. Ammassalik Ø) — Гренландияның элекке, ғәмәлдән сығарылған Аммасалик муниципалитетына ҡараған, артабан яңы барлыҡҡа килгән Сермерсоок коммунаһы урынлашҡан утрау. Административ үҙәге — Таасалик. Аммасалик утрауының майҙаны — 772 квадрат километр. Ул Атлантик океан акваторияһына ҡарай. Был утрауҙың иң бейек нөктәһе 1352 метр тәшкил итә. 2012 йылғы иҫәпләүҙәр мәғлүмәттәре буйынса Аммасалик утрауында бөтәһе 3044 кеше йәшәй (2012)[1]. Аммасалик утрауындағы һәр бер квадрат километрҙа халыҡ тығыҙлығы — 3,94 кешене тәшкил итә. Көнсығыш Гренландияның Аммасалик муниципалитетына ҡараған иң эре тораҡ пункты — Тасиилак торағы. Шулай уҡ Аммасалик утрауында башҡа тораҡ пункттары ла бар, улар түбәндәгесә урынлашҡан:

  • Иккатек, халҡы — 1 кеше (Аммассаликтан көнбайыштағы бәләкәй утрау)
  • Исерток, халҡы — 120 кеше
  • Кулусук, халҡы — 310 кеше (Аммассалик утрауынан көнсығышҡа табан)
  • Кууммиут, халҡы— 392 кеше
  • Кемертуарссуит, 2005 йылдың 1 ғинуарынан алып бында кеше йәшәмәй (2004 йылдың 1 ғинуарына унда барлығы 1 кеше иҫәпләнә)
  • Сермилигаак, халҡы — 212 кеше
  • Тинитекилаак, халҡы — 148 кеше