Эстәлеккә күсергә

Папян Ара Артушевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ара Артушевич Папян битенән йүнәлтелде)
Папян Ара Артушевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Әрмәнстан
 Канада
Тыуған көнө 6 июнь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө тарихсы, дипломат, адвокат
Уҡыу йорто Ереванский государственный университет[d]
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d]
Рәсми сайт modusvivendicenter.org
 Папян Ара Артушевич Викимилектә

Папян Ара Артушевич (әрм. Արա Արտուշի Պապյան; 6 июнь 1961 йыл) — әрмән юрисы, дипломат, политолог һәм тарихсы, Әрмәнстандың Канадалағы 2000—2006 йылдарҙағы илсеһе , Modus Vivendi тикшеренеү үҙәге етәксеһ[1].

Ара Артушевич Папян 1961 йылдың 6 июнендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуа. Афғанистанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентында хәрби тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 19881989 йылдарҙа Афған һуғышының әрмән ветерандары союзын етәкләй.

  • 1984 йыл − Ереван дәүләт университетының көнсығышты өйрәнеү факультетын «Иран телдәрен һәм Иранды өйрәнеү» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай.
  • 1989 йыл − Ереван дәүләт университетының Әрмән халҡы тарихы кафедраһы аспирантураһын тамамлай.
  • 1994 йыл − Рәсәй Сит илдәр эштәре министрлығының Дипломатик академияһын отличие менән тамамлай.
  • 1998 йылРимдә НАТО-ның Оборона колледжын тамамлай.
  • 1999 йыл − Оксфордта «Йәмәғәт дипломатияһы» курсын тамамлай.

Дипломатик хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ара Папян Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында
  • 19992000 − Әрмәнстан Сит ил эштәре министрлығының пресс-секретары, йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса департамент начальнигы.
  • 19971999 − Әрмәнстан Сит ил эштәре министрлығының хәүефһеҙлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса бүлек начальнигы.
  • 19951997 − Әрмәнстан илселегенең беренсе секретары.
  • 19941995 − Әрмәнстан Сит ил эштәре министрлығының Иран бүлеге начальнигы.
  • 19921993 − Иранда Әрмәнстан илселегенең икенсе секретары.
  • 1992 — Әрмәнстан Сит ил эштәре министрлығының АҠШ һәм Канада, аҙаҡ Иран бүлегенең икенсе секретары.
  • 19891991 − Кипрҙа Мелконян уҡыу комплексы уҡытыусыһы.
  • 19811982 һәм 19841986 − Афғанистанда хәрби тәржемәсе.
  • 20002006 − Әрмәнстан Республикаһының Канадалағы ғәҙәттән тыш һәм вәкәләтле илсеһе.

Артабанғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дипломатик хеҙмәте тамамланғас, әрмән мәсьәләһенең юридик аспекттарын, шул иҫәптән Таулы Карабахтың статусын, Вильсонов Әрмәнстаннын һәм башҡа мәсьәләләрҙе өйрәнә башлай. Күп кенә илдәрҙә лекциялар менән сығыш яһай[2][3].

Милли аҙсылыҡ хоҡуҡтары мәсьәләләре менән шөғөлләнә һәм Әзербайжандың үҙ дәүләтселегенән мәхрүм ителгән халҡын (талыш, лезгин һәм башҡаларҙы) Әрмәнстан ошо мәсьәлә буйынса хупларға тейеш, тип үҙ интервьюларында күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә ала[4].

«Modus Vivendi» үҙәгенә нигеҙ һала һәм уға етәкселек итә[5].

Книги «Айренатирутюн − право на родину − правовые основы требований армян и смежные вопросы» и «Арбитражное решение президента Соединённых Штатов Америки Вудро Вильсона», изданные центром Modus Vivendi

Өйләнгән, Нарек һәм Тарон исемле улдары бар.

Әрмән, инглиз, фарсы һәм урыҫ телдәрен белә[6].

7 хәрби миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә.

  • 2006 йыл − Канада Сит ил эштәре министрлығының «Corps Diplomatique» миҙалы менән бүләкләнә.
  • 2006 йыл − Канадалағы Әрмән епархияһының Овнан Мандакуни ордены менән бүләкләнә .
  • 2005 йыл − Америка биографик институты (ABI) «Йыл кешеһе» тип таный.
  1. ARA PAPIAN TO SPEAK AT 'ANC GRASSROOTS' PANEL ON TRANSNATIONAL JUSTICE. Armenian National Committee (27 ноябрь 2011). Дата обращения: 7 декабрь 2012. 2013 йыл 19 июнь архивланған.
  2. Woodrow Wilson’s Arbitral Award the Best Solution, Says Ara Papian (2 May 2011). 14 декабрь 2012 тикшерелгән.
  3. Հայաստանը պետք է Ադրբեջանին, որպես քաղաքական միավոր, տրոհի՝ համագործակցելով պետականազուրկ ազգերի հետ. Արա Պապյան (15 June 2013). 15 июнь 2013 тикшерелгән. 2014 йыл 24 октябрь архивланған.
  4. Staff of Modus Vivendi Center. Modus Vivendi Center. Дата обращения: 12 февраль 2014.
  5. Книга:Папян:Айренатирутюн|337


Элек эшләүсе:
Әрмәнстандың Канадалағы илсеһе.
20002006
Алмашҡа килеүсе: