Аргентинаның Милли конгресс һарайы
Аргентинаның Милли конгресс һарайы | |
исп. Palacio del Congreso de la Nación Argentina | |
Дәүләт | Аргентина |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Буэнос-Айрес |
Хужаһы | Правительство Аргентины[d] |
Алыштырған | Antiguo Congreso Nacional[d] |
Әҫәр заказсыһы | Аргентина |
Архитектор | Витторио Меано[d] |
Архитектура стиле | бозар[d] һәм неоклассицизм[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 12 май 1906[1] |
Төп төҙөлөш ойошмаһы | Аргентина |
Ҡат һаны | 6 |
Рәсми сайт | congreso.gob.ar/palacio.… |
Аргентинаның Милли конгресс һарайы Викимилектә |
Аргентинаның Милли конгресс һарайы (исп. Palacio del Congreso de la Nación Argentina) — Аргентинаның Милли когресс ултырыштары бинаһы. Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айреста Конгресс майҙанында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862 йылда Аргентинаның президенты Бартоломео Митре архитектор Хонас Ларгиаға Милли конгресс бинаһы бинаһын төҙөргә ҡуша. Төҙөлөш 1864 йылда тамамлана. Бина Май майҙанында Хөкүмәт йортонан алыҫ түгел урынлаша. Милли ипотека банкыһы бинаһын төҙөү менән (хәҙер Дәүләт сығымдарының федераль хакимиәте) иҫке конгресс өлөшләтә һүтеп алына.
1882 йылда яңы күләме буйынса ҙур конгресс һарайы төҙөргә ҡарар ителә[2]. Бының өсөн бер квартал бүленгән. 1889 йылдың 1 декабрендә төҙөлөш өсөн ер элекке хужаларынан һатып алына
1984 йылдың 20 ноябрендәге № 3.187 законға ярашлы төҙөлөш өсөн 6 миллион песо бүленә. 1895 йылдың 20 февралендә Һарй проекты өсөн халыҡ-ара конкурс иғлан ителә. Франция, Италия, австрия, Уругвай, Аргентина, Норвегия рәссамдарынан 28 архитектура проекты тәҡдим ителә. 1896 йылдың 8 ғинурында итальян Витторио Меаноның еңеүе тураһында иғлан ителә. 1897 йылдың 31 июлендә конкурс ярҙамында төҙөүсеһе лә билдәләнә — был «Pablo Besana у Cía» компанияһы була. Эштәр сметаһы 5 776 745 песо тәшкил итә.
Эш 1897 йылда башлана, унда меңдән ашыу эшсе ҡатнаша. 1904 йылдың 1 июлендә Меаноны үлтерәләр, шуға күрә проектты дауам итергә Бельгия архитекторы Жюль Дормальға ҡушалар.
Конгресс һарайының төҙөлөш һәм биҙәү эштәре әле күп йылдарға һуҙылһа ла, ул 1906 йылдың 12 майында асыла. 1914 йылда төҙөлөшкә сығымдар 31,4 млн песо тәшкил итә. Көмбәҙҙең иллюминацияһы 1930 йылда ҡуйыла. Төҙөлөш тулыһынса ротондаһын көпләү менән 1946 йылда тамамлана.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аргентинаның Милли конгресс һарайы неоклассицизм стилендә башҡарылған. Бинаның үҙенсәлеге булып уның көмбәҙе тора, уның бейеклеге 80 метр һәм ауырлығы 30 тонна тәшкил итә. Башта көмбәҙ баҡыр менән ҡапланған булған, ул ваҡыт үтеү менән йәшкелт төҫ ала. Көмбәҙҙе химералар менән тах ослай.
Һарайға төп инеү урыны Энтре-Риос урамы яғында урынлашҡан. Уны ике мәрмәр кариатидалар һәм коринф ордерының алты колоннаһы биҙәй, улар өс мөйөшлө фронтонды тотоп тора. Депутаттра палатаһына инеү урыны Ривадавий урамы яғында, ә Сентаҡа тиклем Иригоен урамы буйында урынлашҡан. Тағы ике ишеге урам яғына сыға.
Түр баҫҡыстарының яҡтарында Азатлыҡты, Прогресты, Тыныслыҡты һәм Ғәҙеллекте символлаштырған скульптура төркөмдәре урынлашҡан, әммә был яланғас фигуралар тәнҡиткә дусар була һәм 1916 йылда алып ташлана. Баҫҡыста хәҙер ҡанатлы дүрт арыҫлан кәүҙәһе һәм дүрт сүкеп яһалған фонарҙар тора.
Фронтон ситтәрендә ҡанатлы арыҫлан скульптуралары, ә уның түбәһендә Аргентинаның гербы урынлашҡан. Фронтон артында орнаменттар менән биҙәлгән платформа урынлашҡан, унда авторы Виктор де Поль эшләгән 8 метр бейеклектәге һәм 20 тонна ауылыҡтағы бронзанан квадриганы күрергә мөмкин. Тәгәрмәсле арбаға дүрт ат егелгән, улар республиканың триумфын кәүҙәләндерә
Конгресс һарайының мөһим өлөштәре:
- Депутаттарҙың ултырыштар палатаһы залы — диаметры 26 метр булған галереяларҙың өс ҡаты булған амфитеатр: беренсе ҡаты махус ҡунаҡтар өсөн, башҡалары киң тамашасы өсөн
- Кулуарҙар
- Күк зал— һигеҙ мөйөшлө зал, көмбәҙ аҫтында урынлашҡан
- Холл — дәүләт визиттары ваҡытында ҡулланыла
- Конгресс китапханаһы, бер миллиондан ашыу том бар
- Алһыу зал — Сенат йыйылышы ҡулланыла
- Сенаттың ултырыштар залы — галереяларҙың ике ҡатлы амфитеатры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.congreso.gob.ar/palacio.php
- ↑ Архивированная копия (недоступная ссылка). Дата обращения 5 декабря 2007.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Площадь Конгресса
- Национальный конгресс Аргентины