Аргутинский-Долгоруковтың табыш йорто
Айырым йорт | |
Аргутинский-Долгоруковтың табыш йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Бина тибы | айырым йорт |
Архитектура стиле | модерн |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6130039000 |
Материал | кирбес |
Аргутинский-Долгоруковтың табыш йорто Викимилектә |
А. З. Аргутинский-Долгоруковтың табыш йорто — XIX быуат аҙағында модерн стилендә төҙөлгән айырым йорт. Дондағы Ростовтың тарихи үҙәгендә, Оло Баҡса урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан. Урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта табыш йортоноң беренсе ҡатында магазиндар урынлаша, ә икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙы торлаҡ бүлмәләре биләгән. Әммә йорт дәүләт милкенә күскәндән һуң, уның эске арауығын үҙгәрткән күп һандағы бинаны ҡайтанан планлаштырыу үткәрелгән. 1996 йылда, реставрация проекты булмайынса, төп фасадтарын ремонтлау эштәре башҡарыла. Дондағы Ростовтың 255 йыллығына, 2004 йылда, бина «Славяне» төҙөлөш компанияһы тарафынан реставрациялана, быны иҫтәлекле табличка раҫлай. Хәҙерге ваҡытта табыш йортонда магазиндар һәм офистар урынлашҡан[1][2].
Һүрәтләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аргутинский-Долгоруковтың табыш йорто XIX быуаттың һуңғы сиреге граждандар архитектураһы ҡомартҡыһы булып тора. Өс ҡатлы йорт архитектураһы модерн стилендә башҡарылған. Бина Дондағы Ростовтың төп урамындағы тарихи төҙөлөш комплексына инә һәм уның стилистик төрлөлөгөн сағылдыра. Бинаның фасады биҙәлешендә классицизм һәм барокко өсөн хас композицион алымдар һәм декор ҡулланыла. Фасадтың симметрияһын үҙәк һәм ҡабырғаларындағы сығынтылар билдәләй, сығынтылар кәрниз өҫтөндәге ҡатмарлы биҙәкле стенка менән тамамлана. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙе һылап яһалған биҙәктәр менән тулыландырылған йәйә кәрниздәр биҙәй. Биш асыҡ дүртмөйөшлө балкондың семәрләп бөгөлгән металл ҡоймаһы бар. Үҙәк балкон ишеге башындағы арканы ике колонна тотоп тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В центре Ростова возрождают историю . Славяне. Дата обращения: 6 февраль 2017.(урыҫ.). Славяне. 6 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Доходный дом А.Э.Аргутинского-Долгорукова в г. Ростове-на-Дону . Шукач. Дата обращения: 6 февраль 2017.(урыҫ.). Шукач. 6 февраль 2017 тикшерелгән.