Эстәлеккә күсергә

Ариадна мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ариадна мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Урын Әшә районы
Оҙонлоҡ 131 метр
Киңлек 3,3 метр
Бейеклеге/буйы 3,4 метр
Майҙан 434 квадрат метр
Күләме 1357 м³

Ариадна мәмерйәһе — Силәбе өлкәһенең Әшә районында урынлашҡан мәмерйә.

Ариадна мәмерйәһе Әшә районында, Эҫем йылғаһының уң ярында, Шалаш- Минйәр карст яҫы таулығында, 1738-се км тимер юл платформаһынан 5 км төньяҡ-көнбайышта, элекке Яңы-Шалаш ауылынан 1,5 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Эзбизташ массивында һалынған горизонталь карст ҡыуышлығы. Мәмерйәгә инеү урыны 5 м бейеклектәге эзбизташлы яланғас ҡаяла, карст соҡоро төбөндә асыла.

Тура дүртмөйөш формаһындағы (0,4×0,5 м) инеү урыны артында 2 м бейеклегендә киртләс, артабан текә (50°) төшөү юлы киң галереяға (киңлеге 6 метрҙан 8 метрға тиклем, бейеклеге 2 метрҙан 5 метрға тиклем) килтерә. Галереяның буйынан буйына иҙәне түбәнән убылып төшкән ҙур киҫәктәр менән тулған. Ингән ерҙә һәм галереяның осонда ҙур өйөмдәр хасил булған. Ингән ерҙән 30 метрҙа, галереяның уң яҡ стенаһы эргәһендә өйөмдәр аҫтынан ер аҫты шишмәһе ағып сыға. 30 метрҙан һуң ул яңынан галереяның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә өйөмдәр аҫтында юғала. Көньяҡ стенаһында тар, 10 м оҙонлоҡтағы, 60° мөйөшө аҫтында күтәрелә барыусы юл бар. Беренсе өйөмдән 15 м алыҫлыҡта, галереяның төньяҡ-көнсығыш стенаһында ҡабырға юлдар системаһы асыла. Юлдар 5-әр, 7-шәр һәм 8-әр метрлыҡ вертикаль киртләстәр менән кинәт 22 метрға тиклем бейеклеккә күтәрелә һәм ер өҫтөнә яҡыная. Был мәмерйә юлдары ябыҡ барып бөтә. Мәмерйәнең буйынан буйына түбәһенән һыу тама. Стеналарында һәм түбәһендә үҫемлек ҡалдыҡтары бар. Улар ҡар ирегәндә һәм ҡойма ямғырҙар осоронда ҡыуышлыҡты даими рәүештә һыу баҫыуын дәлилләй.

Төрлө формалағы аҡма-тамсылы кальцитлы ултырмалар (сталактиттар, сталагмиттар, ҡатламдар) күренә. Оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға тиклем еткән нәҙек һалам һымаҡ көпшәле сталактиттар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыралар.

Мәмерйәне 1985 йылда «Ариадна» спелеотуризмының Златоуст секцияһы ағзалары (етәксеһе А. Ю. Мурзин) аса һәм өйрәнә. Улар мәмерйәгә Ариадна исемен биргәндәр ҙә инде.

Мәмерйә юлдарының дөйөм оҙонлоғо―131 метр

Уртаса киңлеге ―3,3 метр

Уртаса бейеклеге ― 3,4 метр

Максималь тәрәнлеге ― 30 метр

Иҙәненең майҙаны ― 434 квадрат метр

Күләме ― 1357 кубометр