Эстәлеккә күсергә

Арин-Берд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арин-Берд
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ереван
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1042 метр
Карта

Остатки крепостных стен Эребуни на холме Арин-Берд

Арин-Берд (Арин-берд, Аринберд, әрм. Արին բերդ — «Арийҙар ҡәлғәһе») — Әрмәнстанда Ереван ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан уба. Арин-Бердта боронғо Эребуни торағы ҡалдыҡтары табыла.

1894 йылда урыҫ ғалимы А. А. Ивановский ҡала ситендә урынлашҡан ауылда йәшәгән бер ҡарттан урарту шына яҙыуы төшөрөлгән ташты һатып ала. Шул мәлдән башлап Арин-Берд ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ауыл кешеһе был ташты Арин-Берд убаһында 1879 йылда табыуы тураһында белдерә. М. В. Никольский тиҙҙән был таштағы һүрәтте һәм яҙыуҙың яҡынса тәржемәһен баҫтырып сығара. Ташта, ошо урында Урарта батшаһы Аргишти I «10100 капи һыйҙырышлы» иген һаҡлағыс төҙөнө, тип яҙылған була. Әммә убала археологик ҡаҙылма эштәре тик 1950 йылда ғына башлана. Шулай итеп, боронғо Урарту ҡалаһы Эребуниҙың булыуы дәлилләнә, уны Аргишти I беҙҙең эраға тиклем 782 йылда урартуларҙы Арарат уйһыулығында төпләндереү маҡсатында төҙөй. Археология ҡаҙылмалары Урарту тарихын өйрәнеү буйынса ҡиммәтле һөҙөмтәләр бирә.

Уба атамаһының теүәл этимологияһы — «Ҡанлы ҡәлғә» — ошоға тиклем билдәһеҙ, әммә атама Урарту осороноң ниндәй ҙә булһа фажиғәле ваҡиғалары менән бәйле булмауы билдәле. Моғайын, «Ҡәлғә» һүҙе Эребуниға ҡарайҙыр. Ә бына «Ҡанлы» һүҙен түбәндәгесә аңлатырға булалыр: Эребуни ташланғандан һуң йөҙәр йылдар буйы Арин-Берд ташландыҡ хәлдә ята, унда ҡыҙыл мәк сәскәләре күкрәп үҫеп ултырыр була.

  • Эребуни
  • Оганесян К. Л. Арин-Берд I, Архитектура Эребуни по материалам раскопок 1950—1959 гг., Издательство АН Армянской ССР, Ереван, 1961
  • Ходжаш С. И., Трухтанова Н. С., Оганесян К. Л. Эребуни. Памятник Урартского зодчества VIII—VI в. до н. э., «Искусство», Москва, 1979