Артем һәйкәле (Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һәйкәл
Артем һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһы
Скульптор Б. У. Акользин, Л. И. Ганьшин, Н. А. Карагодин, А. Демидович
Төҙөлгән ваҡыты 1968 йыл

1968

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Шахты ҡалаһында Артем һәйкәле

Артем һәйкәле — Рәсәй революционеры, совет сәйәси эшмәкәре иптәш Артем (Сергеев Фёдор Андреевичтың псевдонимы) һәйкәле.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иптәш Артем (ысын исеме — Сергеев Фёдор Андреевич) профессиональ революционер, Сергей Кировтың һәм Иосиф Сталиндың яҡын дуҫы, Коммунистар партияһы эшмәкәре, Донецк-Криворог совет республикаһына нигеҙ һалыусы һәм ХХ быуат башында составына Александровск-Грушевский (хәҙерге Шахты) ҡалаһы ла ингән Донецк-Криворог республикаһы Халыҡ комиссарҙары Советының беренсе рәйесе була.

Иптәш Артем Донбаста һуғыштан һуң күмер сәнәғәтен тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирә. 1921 йылдың 18 апрелендә Федор Андреевич Шахты ҡалаһына килә. Унда ул Советтарҙың Шахты өйәҙ комитеты сессияһында ҡатнаша, I дәүләт руднигы (хәҙер был Артем исемендәге шахта) эшселәре йыйылышында сығыш яһай.

Иптәш Артем тураһында иҫтәлек Украина ССР-ында, Ростов өлкәһендә мәңгеләштерелә. Уның исемен Шахты ҡалаһы ҡасабаларының береһе, электр станцияһы, Артем исемендәге шахта, «Глубокая» шахтаһы (Артем исемендәге № 2)[1], ҡала урамы йөрөтә.

Иптәш Артемға һәйкәл СССР-ҙа Святогорск, Донецк, Приморье крайындағы Артем ҡалаһы, Кривой Рог һәм башҡа ҡалаларҙа ҡуйылған. Иң ҙур тимер-бетон һәйкәл Артемовск ҡалаһында ҡуйылған (скульпторы Кавалеридзе Иван Петрович, 1927 йыл), постамент бейеклеге 15 метр һәм скульптура бейеклеге 15 метр. Икенсе иң ҙур һәйкәл Святогорск ҡалаһында ҡуйылған, унда һәйкәл бейеклеге 22 метр, постаменттыҡы — 6 метр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Артемовск ҡалаһындағы һәйкәлде немецтар емерә.

1968 йылдың 13 авгусында иптәш Артемға һәйкәл Артём ҡасабаһы уртаһында ҡуйыла. Һәйкәл скульптураһы бейеклеге 9,7 метр, пьедесталының бейеклеге — 5,2 метр. Һәйкәлде Шахты скульпторҙары: Б. У. Акользин, Л. И. Ганьшин, Н. А. Карагодин, А. Демидович эшләйҙәр. Иптәш Артем хәрәкәттә һүрәтләнгән, скульптура көмөш буяу менән буялған.

Ваҡыт үтеү менән һәйкәл боҙола һәм емерелә башлай. 2012 йылда Владимир Лавренев һәйкәлгә реставрация үткәрә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Болдырев А. Кто Вы, товарищ Артём?: [история Донбасса]/ А.Болдырев // Российский Донбасс. — 2002. — 16 авг. — С. 4.
  • Телегин В. Город Шахты в исторических памятниках / В. Телегин // Ленинское знамя. — 1975. — 11 янв. — С. 2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]