Эстәлеккә күсергә

Арт-Партнёр XXI

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арт-Партнёр XXI
Нигеҙләнгән

1996

Нигеҙләүсе

Леонид Роберман

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Мәскәү Мәскәү

Сайт

Официальный сайт агентства «Арт-Партнёр XXI»

"Арт-партнер XXI" — Рәсәй театр агентлығы, Рәсәй театр һәм кино йондоҙҙары ҡатнашлығында  спектаклдәр, гастролдәр , фестивалдәр ойоштороу , шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек менән шөғөлләнә.

 1996 йылда  ГИТИС-тың  режиссерҙар әҙерләү факультетын тамамлаған  Леонид Роберман  ойошторған,  агентлыҡтың беренсе спектакле Андре Руссендың "  Ҡайһылай мәғәнәһеҙ тормош" /"Какая идиотская жизнь" ,  унда  Наталья Гундарева, Армен Джигарханян һәм Валерий Гаркалин  ҡатнашҡан. 2010 уртаһына  дөйөм алғанда  40-лап спектакль ҡуйылған,  Мәскәүҙә агентлыҡ ай һайын 15-20 тирәһе спектакль ҡуя, Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Европа һәм АҠШ ҡалалары буйлап гастролдәр ойоштора.