Эстәлеккә күсергә

Астафьев Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Астафьев Александр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1816
Тыуған урыны Козельск өйәҙе[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1863
Вафат булған урыны Тверь, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Генераль штаб академияһы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Ғәскәр төрө Генераль штаб[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени

Александр Иванович Астафьев (1816 йыл — 1863 йыл) — хәрби публицист, Рәсәй Император Армияһының генерал-майоры.

Александр Иванович Астафьев 1816 йылда Калуга губернаһының Кольск өйәҙендә Астафьевтарҙың дворян ғаиләһендә тыуған.

Ул Беренсе Мәскәү кадеттар корпусында курсты тамамлай, унан 1835 йылда 8-се артиллерия бригадаһына прапорщик булып сығарыла. 1844 йылда Николаев генераль штаб академияһын тамамлағас Генераль штабка ҡабул ителә.

1854 йылда полковник дәрәжәһендә Николаев академияһының штаб офицеры вазифаһына билдәләнә һәм 1863 йылға, сәләмәтлеге арҡаһында генерал-майор дәрәжәһендә отставкаға киткәнгә тиклем, унда ҡала.

«О современном военном искусстве» (т. 1-2, 1856—1861) китабы уның төп хеҙмәте булып тора. Был китапта уның шул осор өсөн прогрессив булған идеялары сағылдырыла. Нығынған академик ҡараштарға ҡарамаҫтан, Александр Иванович Астафьев бөйөк полководецтар иҫәбенә Көнбайыш Европа хәрби эшмәкәрҙәрен генә түгел, урыҫтарҙы ла индерә (Дмитрий Донской, Петр I, П. А. Румянцев, А. В. Суворов), хәрби эштә байтаҡ мөһим яңылыҡ индереүҙә уларҙың беренселеген иҫбат итә. Александр Иванович Астафьев үҙ хеҙмәттәрендә тәжрибәнең төрлө әһәмиәтен кире ҡаға; хәрбиҙәрҙән универсаль теоретик белем, барлыҡ дөйөм фәндәр менән танышыуҙы талап итә, махсус хәрбиҙәр фәндәре тураһында кәмһетеүле ҡарашта була.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Варшавская губерния : [по рекогносцировкам и материалам, собранным на месте, составлял Ген. штаба кап. Астафьев]. — СПб. : в тип. Деп-та Ген. Штаба, 1850. — 4+282+64+20 с. — (Военно-статистическое обозрение Российской империи / издаваемое по Высочайшему повелению при 1-м отделении Департамента Генерального Штаба; т. 15, ч. 3)
  • Воспоминания о Суворове. — СПб. : тип. Штаба Отд. корпуса внутр. стражи, 1856. — 2+32+2 с.
  • Источники политической экономии и государственного хозяйства : 1-е прил. к Соврем. воен. искусству. Кн. 1-2. — СПб. : тип. Штаба Отд. корпуса внутр. стражи, 1862—1863. — 2 т.
  • О современном военном искусстве: Ч. 1-2. — СПб. : тип. Почт. деп., 1856—1861.
    • Ч. 1: Исследование начал военного искусства. — 1856. — 20+251+2 с.
    • Ч. 2. — 1861. − 22+366+2+67 с.
    • Критическое исследование современной системы финансов западных государств : Прил. 2 [к кн. «О современном военном искусстве»]. — СПб. : тип. Гл. арт. упр., 1863. — 2+38 с.
  • Ответ на рецензию Военного сборника, о современном военном искусстве. — [СПб.] : Воен. тип., ценз. 1862. — 26 с.
  • Полевая служба войск (совместно с капитаном Кенигом).
  • Что такое военное хозяйство : Прил. 4 к [кн. А. И. Астафьева] Соврем. воен. искус. : (По поводу кн. подполк. Аничкова «Военное хозяйство»). — СПб. : тип. С. Н. Бекенева, 1861. — 49 с.

— 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1851) император тажы менән (1852)

— 15 йыл намыҫлы хеҙмәте өсөн айырым ихтирам итеү билдәһе (1854)

— 20 йыл намыҫлы хеҙмәте өсөн айырым ихтирам итеү билдәһе (1859)