Аствацатур (шағир)
Аствацатур | |
Աստուածատուր | |
Тыуған көнө: |
билдәһеҙ |
---|---|
Вафат булған көнө: |
билдәһеҙ |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Аствацатур (әрм. Աստուածատուր, тыуған һәм вафат булған ваҡыты билдәһеҙ) — әрмән шағиры. XVI[1] йәки XVII быуатта йәшәгән.
Аствацатурҙың тормош юлы хаҡында мәғлүмәт һис юҡ. Шарап, йөҙөм һәм йөҙөм баҡсалары хаҡында бер поэма[1] яҙғанға билдәле.
Христиан динендә мөһим эсемлек булып һаналғанға, шарап урта быуаттар әрмән лирикаһында мөһим образ булып һанала. Әммә тик XVI—XVII быуаттарҙан бирле шарап шиғриәттә халыҡта киң таралыу алған эсемлектәрҙең береһе итеп сағыла. Ошо йәһәттән, Аствацатурҙың поэмаһы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: бер яҡтан, Инжил контексында шарап "тормош сығанағы, тормош биргән эсемлек" итеп ҡаралһа, икенсе яҡтан шағир уның ерҙә пәйҙә булыуын, йөҙөм баҡсаһының матурлығын тасуирлай. Был эсемлек "батшаға ла, ярлыға ла яҡшы" тип фаразлана. Шул уҡ ваҡытта эскеселектең ниндәй зыян килтергәне лә Аствацатурға билдәле булған[1].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Kevork B. Bardakjian. A Reference Guide to Modern Armenian Literature, 1500-1920: With an Introductory History. — Wayne State University Press, 2000. — С. 41. — 714 с. — ISBN 978-0-81432-747-0.