Эстәлеккә күсергә

Асыҡ Грушанск ере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асыҡ Грушанск ере
Нигеҙләү датаһы 1984
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Винница өлкәһе
Майҙан 0,5 гектар
Карта

Асыҡ Грушанск ере (укр. Відслонення Грушанської світи) — дәүләт кимәлендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул Винница өлкәһенең Могилёв-Подольский районындағы Грушка ауылы эргәһендә урынлашҡан.

1984 йылда барлыҡҡа килгән, майҙаны — 0,5 гектар.

Һаҡланған биләмә — Украина өсөн һирәк һәм үҙенсәлекле булған протерозой ҡалдыҡтары булған Мурафа йылғаһының уң яҡ яры.

Уның асыҡ өлөшөнөң оҙонлоғо 13,3 км тәшкил итә. Йәшкелт-һоро һәм ҡом-балсыҡлы булып башланған ер ҡатламы, аҫҡа ҡарай, тәрәнәйгән һайын, аркоз ҡомташтары менән эшкәртелмәгән насар ҡаты тоҡомға йәләнә. Был ҡушылмалар араһындағы тишектәрҙән һыу ағымдары үтә. Ерҙең нигеҙенә кристаллик тоҡомдарҙан торған брекчий ята. Ярандарының ҡеүәте 13 метрҙан ашыу.

Ер ҡатламы:

Йәшкелт-һары линзалы ҡомташтарҙан торған аргиллит — 4,6 м;

• Аркозови ҡомташтары — балсыҡлы, ҡара-һоро-ҡыҙғылт, аңлайышыһыҙ галоплы — 4,3 м;

• Брекчия — ҡара-һоро, сыбар, ваҡланыусан, бөртөклө, елләтелгән, ҡом ҡалдыҡтарынан, балсыҡлы цементтан тора.

• Массивлы Брекчия — ҡом ҡалдыҡтары, гранит, гнейс, елләтелгән базальт, балсыҡлы цемента урынлашҡан кварцтан тора— 0,4 м;

• Мигматит — елләтелгән, көрән— 1,5 м.[1]


Заказниктың фәнни ҡиммәте бар. Уның ер тоҡомо асыҡ рәүештә генә түгел, вулканогенлы материал менән дә буталған. Әлбиттә, был тағы ла әһәмиәт һәм үҙенсәлек өҫтәй. Ер ҡалдыҡтар, вулкан кратерҙары, лава төйөнсөктәре Волынь һәм Ровно өлкәләрендәге менән синхрон булып тора. Грушанск еренең асылыуы нәҙек тел һыҙаты булып хатта Днестр эргәһенә тиклем килеп етә. Был геологик күренеш Вищеолчедаив ауылындағы Лядова йылғаһы буйлап та күҙәтелә.

2007 йылда өлкәлә «Винницаның ете мөғжизәһе» исеме аҫтында үткәрелгән конкурстың йомғаҡтары буйынса «Грушанск» Могилев-Подольский районында «Винница ынйыһы» тигән исемде 20 еңеүсе менән белектә ала.[2]

2010 йылда «Мурафа» региональ ландшафт паркына индерелә.