Эстәлеккә күсергә

Лядова (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лядова
укр. Лядова
Лядова тамағы
Лядова тамағы
Характеристика
Оҙонлоғо 93 км
Бассейн 748 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 49°02′53″ с. ш. 27°20′24″ в. д.HGЯO
Тамағы Днестр
 · Урынлашыуы Лядова ауылы
 · Координаталар 48°29′24″ с. ш. 27°36′11″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Ил Украина Украина
Лядова (йылға) (Украина)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Лядова Викимилектә

Лядова (укр. Лядова) — Украиналағы йылға. Хмельницкий өлкәһенең Виньковцы районы һәм Винница өлкәһенең Бар, Мурованые Куриловцы һәм Могилёв-Подольский райондары аша көньяҡҡа табан аға. Днестрҙың һул ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай.

Оҙонлоғо — 93 километр. Бассейн майҙаны — 748 км². Йылғаның киңлеге — 5-10, иң киң урында 22 метр. Тәрәнлеге 1 — 1,2 метрға етә. Һарҡыулығы — 2,5 м/км. Үҙәне V рәүешендә. Үрендә киңлеге 1 — 3 км булһа, айырым урындарҙа 0,4 — 0,7 километрғаса тарая, түбәндә үҙәне киңлеге 1,5 — 2 километрға етә. Ташҡын ваҡтында йылға ике яҡ ярынан 30-ҙан алып 700 метрғаса сыға. Йылға үрендә йырҙаһы бик тармаҡланмаған, ҡайһы берҙә һаҙлы урындарҙа күренмәй ҙә тиерлек, йәйгеһен айырым урындарҙа ҡорой. Аҡҡан һыу күләме быуа һәм һыуһаҡлағыстар ярҙамында көйләнә. Дашковцы ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ башлана. Тәүҙә көньяҡ-көнсығышҡа, урта һәм түбәнге ағышында көньяҡҡа аға. Лядова ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ Днестр йылғаһына ҡоя.

Иң ҙур ҡушылдығы — Мощанка йылғаһы.


  • Географічна енциклопедія України : у 3 т. / редколегія: О. М. Маринич (відпов. ред.) та ін. — К. : «Українська радянська енциклопедія» ім. М. П. Бажана, 1989.