Эстәлеккә күсергә

Атени Сионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атени Сионы
груз. ატენის სიონი
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Горийский муниципалитет[d][1]
Урын Шида-Картли[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Указания, как добраться სოფ. დიდი ატენი, მიდამოები[1]
Карта
 Атени Сионы Викимилектә

Атен Сионы — Атени ауылында грузин монастыры Сиони (Горинан көньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта).

VII быуаттың беренсе яртыһында әрмән төҙөүсеһе Тодасок тарафынан Джвари өлгөһө (тетраконх) буйынса төҙөлгән. Ғибәҙәтханала төҙөүсенең яҙыуы һаҡланған: «Мин, Тодосак, был изге сиркәүҙе төҙөүсе». Башҡа һаҡланып ҡалған яҙмаларға ярашлы сиркәү өҫтөндә тағы бер нисә таш юныусы әрмән эшләгән[2]. Ғибәҙәтхананың төньяҡ яғында был ҡорамды әрмәндәр эшләгән тигән ҙур яҙыу бар. Ҡорам бер нисә тапҡыр төбәккә баҫып инеүсе баҫҡынсылар тарафынан емерелеүгә дусар була. Ҡорамдың стеналары дини һәм тарихи йөкмәткеле картиналар һәм фрескалар менән биҙәлгән. Уларҙың күп өлөшө 10-12 быуаттан алып һаҡланған. Фрескаларҙа боронғо грузин яҙыуы өлгөләре бар. 1080 йылғы биҙәктәр һаҡланған. Эс яҡтан ҡорам Джаврины ҡабатлай, тик фрескалары менән генә айырыла. Фрескалары ныҡ күп, улар күп урында зыян күргән, башлыса Ғәббәс усағынан, шуға күрә тик фрагменттары ғына күренә. XVII быуатта шаһ Ғәббәстең ғәскәре ғибәҙәтханала усаҡ яға. Стеналарындағы ҡаралыҡ бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланған.

Джаврилағы кеүек үк бында ла аркалар бар, улар һигеҙ ҡырлы көмбәҙгә дүрт ҡырлы нигеҙҙә торорға ярҙам итә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=1913 — 2017.
  2. П. М. Мурадян. Атенский Сион. Вестник общественных наук АН Арм.ССР; №2 (1968). Дата обращения: 20 май 2012. Архивировано 7 август 2012 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.