Эстәлеккә күсергә

Джвари монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тетраконх формаһындағы ҙур сиркәү
Джвари
груз. ჯვარი
Джвари тауы күренеше
Джвари тауы күренеше
Ил Грузия
Урыны Мцхета
Координаталар 41/50/19/N/44/44/2/E
Конфессия Грузин православ сиркәүе
Епархия Мцхета–Тбилиси 
Статус Сиркәү һәм монастырь
Бөгөнгө хәле Ғәмәлдә

Джва́ри (груз. ჯვარი, һүҙмә-һүҙ тәржемәлә «тәре») — Грузиялағы VII быуаттың беренсе яртыһына ҡараған монастырь һәм ҡорам. Кура һәм Арагва йылғалары ҡушылған урындағы тау башында, Мцхетанан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан. 1994 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән, был йәһәттән Джвари Грузиялағы беренсе тарихи ҡомартҡы.

545 йылға «тәре» тауында бәләкәй генә ҡорам торған була, беҙҙең көндәргә уның емереклектәре генә килеп еткән. Тетраконх формаһындағы (22 метрға 18,4 метр) ҙурыраҡ сиркәү сәнғәт белгесе, Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы академигы Георгий Николаевич Чубинашвили (1885—1973) билдәләүенсә, 586/7 менән 604/5 йылдар арауығында төҙөлә.[1] Әрмән тикшереүселәре традиция буйынса был ваҡытҡа дәғүә белдереп, ҡаршы сыға, улар Джвари өсөн VI быуат аҙағында төҙөлгән әрмән ҡорамдары өлгө булған тип иҫәпләй; Мәҫәлән, П. М. Мурадян Джвариҙың төҙөлөүен 605—642 йылдарға ҡайтарып ҡалдыра[1][2]

Джвари монастырындағы барельеф

Ҡаялы массив түбәлә урын алған сиркәү уға үҙенсәлекле бер бөтөнлөк һәм тамамланғанлыҡ биреп тороу менән бергә яҡын тирә-яҡ өсөн тәбиғи үҙәк итеп тә ҡабул ителә. Монастырь дәүмәлдәренең ҡая бейеклегенә ҡарата нисбәте 1:7 булыуы ҡорамдың урындағы ландшафт менән берҙәмлеген айырыуса ныҡлы итеп күрһәтә. Ҡоролманың үҙенсәлекле формаһы ул заман грузин оҫталарының оҙайлы эҙләнеү һөҙөмтәһе тип айырым билдәләргә кәрәк, сөнки улар, тура дүртмөйөшлө базилика формаһынан баш тартып, берҙәм эске арауыҡлы үҙәк тәреле ҡорамдың үҙенсәлекле төрөн һайлаған. Шуға оҡшаш эҙләнеүҙәрҙе шулай уҡ Грузияның көнсығышындағы Кахетия тарихи өлкәһендәге Дзвели-Гавази ҡорамында һәм илдең көньяғында урынлашҡан Ниноцминда ҡалаһындағы кафедраль собор ҡорамында күрергә була.

Гүзәл архитектура ҡомартҡыһын ижад итеүсенең шәхесе тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә һаҡланмаған. Ҡайһы бер хәҙерге заман тикшеренеүҙәрендә уның исем-шәрифе Микел Тхели булған тигән фаразлауҙарҙы осратырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Джварины төҙөүсе әрмән милләтле архитектор Тодосак булыуы ла бик мөмкин, сөнки уның Гори ҡалаһынан 10 саҡрымда ятҡан Атен ауылындағы Сион монастыры Джвари ҡорамының ныҡ яҡын күсермәһе булып һанала[1].

2004 йылда Джвари юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған йөҙ ҡомартҡы иҫәбендә Монументтарҙың халыҡ-ара фонд исемлегенә индерелә, 2007 йылда үткәрелгән реставрация эштәре һөҙөмтәһендә ҡорам был исемлектән алына. Шул уҡ ваҡытта монастырь стеналарында һуңғы 80 йыл эсендә элекке Советтар Союзының барлыҡ мөйөштәренән килгән төрлө йәштәге туристарҙың тупаҫ һәм рәхимһеҙ ҡултамға-яҙыуҙарын күрергә була.

Джвари күршеләге Зедазени монастыры менән билдәле рус шағиры Михаил Юрьевич Лермонтовтың «Мцыри» поэмаһында һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар булған урын тип иҫәпләнә. СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы Валерия Анатольевна Алфееваның улына арналған повесы «Джвари» тип исемләнгән.

Монастырь һәм уның тирә-яғындағы тауҙарҙың Мцхета ҡалаһынан күренеше
Монастырь һәм уның тирә-яғындағы тауҙарҙың Мцхета ҡалаһынан күренеше
  1. 1,0 1,1 1,2 А.Б. Еремян. К вопросу о датировке кафедральной церкви в Аване. Вестник общественных наук № 3 . pp. 47—62 (1969). Дата обращения: 19 сентябрь 2012. Архивировано 4 октябрь 2012 года. 2015 йыл 2 июль архивланған.
  2. Мурадян, П. М. Армянская надпись храма Джвари // Вестник общественных наук. — 1968. — № 2. — С. 55—80.
  • Абашидзе Ираклий. Эд. Грузинская Энциклопедия. Том. IX. Тбилиси, Грузия: 1985.
  • Альтер Александр. A la croisée des temps. Edilivre Publications: Paris, - (роман) - 2012. ISBN 978-2-332-46141-4
  • Амиранашвили Шалва. История грузинского искусства. Хеловнеба: Тбилиси, Грузия: 1961.
  • Григол Ханстели. Хроники Грузии.
  • Розен Роджер. Грузия: суверенная страна Кавказа. Публикации Одиссеи: Гонконг, 1999. ISBN 962-217-748-4

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Всеобщая история искусств, т. 2, М. «Искусство», 1960.
  • Rosen, Roger. Georgia: A Sovereign Country of the Caucasus. Odyssey Publications: Hong Kong, 1999. ISBN 9622177484