Зедазени монастыры
Монастырь | |
Зедазени
| |
Зедазени монастырының тыш яҡтан күренеше | |
Ил | Грузия |
Координаталар | 41/52/16.6/N/44/45/55.4/E |
Конфессия | Грузин православ сиркәүе |
Епархия | Мцхета–Тбилиси |
Нигеҙләүсе | Иоанн |
Статус | Эшләүсе |
Зедазени Викимилектә |
Зедазени монастыры — Грузияла, Арагва йылғаһының һул яҡ ярында, Мцхета ҡалаһынан көнсығышта, Зедазени тау һыртында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монастырь элек мәжүсиҙәрҙең һынташ Заденға табынған урынында VI быуатта һалынған. Беҙҙең көндәргәсә килеп еткән дини риүәйәттәргә ярашлы, уны нәҡ ошо дәүерҙә Сириянан Грузияға православ диненең 13 изгеһе килгән, һәм улар Зедазени тауында һыйыныу тапҡан. Грузин монахлығынаң башында торған был диндарҙар артабан төбәктең төрлө өлөштәренә таралған һәм барып төпләнгән урындарында дин әһеле, рухани вазифаларына баҫып, илдәге тәүге монастырҙарҙы нигеҙләгән. Зедазени тауындағыһын нәҡ шул изгеләрҙең береһе — Иоан төҙөткән. Вафатынан һуң ул ошонда уҡ ерләнә. Был ҡорамдағы һыу ятҡылығында, риүәйәттәр буйынса, һыу бары тик йыл һайын байрамға күп халыҡ йыйылған көндә — 7 майҙа ғына килеп сыға.
XVII быуатта Грузия биләмәләре фарсы шаһы Ғәббәс I тарафынан баҫып алынып, ҡыйратылғандан һуң монастырь ҙа, бушап ҡалып, бөлгөнлөккә төшә.
Монастырҙың ҡайһы бер ҡорамалары беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған, мәҫәлән, баптист базиликаһын, манара, һарай ҡоймаларын бөгөн дә күрергә була.
1915—1922 йылдар арауығында монастырь емерек хәлгә килә. 1926—1927 йылдарҙа сәнғәт белгесе, Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы академигы Георгий Николаевич Чубинашвили (1885—1973) сиркәүҙәге X—XI быуаттар иконостас фрагменттарын тергеҙә, улар хәҙер Дәүләт сәнғәт музейында һаҡлана.
Совет осоронда, атап әйткәндә 1938 һәм 1970—1971 йылдарҙа монастырҙа төҙөкләндереү һәм таҙартыу эштәре башҡарыла.
Зедазени монастырынан унан тәпәштәрәк, Сагурам һыртының күрше армыттарының береһендә урынлашҡан һәм билдәле рус шағиры Михаил Юрьевич Лермонтовтың «Мцыри» поэмаһында телгә алынған Джвари монастырына бик матур күренеш асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зедазенский монастырь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)