Эстәлеккә күсергә

Ахинян Григор Мушегович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Григор Ахинян
Գրիգոր Ախինյան
Тыуған

20 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

ЗСФСР, Әрмән ССР-ы, Караклис (хәҙер Ванадзор) ҡалаһы

Үлгән

6 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)

Ил

Әрмәнстан Әрмәнстан

Һөнәрҙәре

композитор
музыка педагогы

Наградалар

Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972) Әрмән ССР-ының халыҡ артисы — 1990

Григо́р Муше́гович Ахиня́н (әрм. Գրիգոր Ախինյան; 20 апрель 1926 йыл — 6 март 1991 йыл) — әрмән композиторы, музыка педагогы, профессор (1989). Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972) һәм халыҡ артисы (1990). 1968 йылдан КПСС ағзаһы.

Ахинян Григор Мушегович 1926 йылдың 20 апрелендә ул ваҡыттағы Әрмән ССР-ының Караклис (хәҙер Ванадзор) ҡалаһында тыуған. 1957 йылда Ереван консерваторияһын композитор һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1977) Егиазарян Григорий Егиазаровичтың (1908—1988) композиция класы буйынса тамамлай.

1950—1960 йылдарҙа эстрада ансамбле менән етәкселек итә, һуңынан Р. О. Меликян исемендәге музыка училищеһында теоретик фәндәрҙән уҡыта. Григор Ахиняндың уҡыусыларының береһе — бөгөнгө көндә әүҙем ижад итеүсе композитор Эдуард Айрапетян.

1969 йылдан педагогик эшмәкәрлеген Ереван консерваторияһында дауам итә, 1981 йылда доцент, 1989 йылда профессор була.

1974 йылдан СССР Музыка фондының Әрмәнстан бүлексәһе идараһында рйес вазифаһын башҡара.

Уҡытыу һәм башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән ижад менән дә шөғөлләнә: романстар, йырҙар, спектаклдәргә һәм фильмдарға музыка яҙа.

Музыкаль әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Человек из легенды» операһы (1970, Ереван)
  • «Цовинар» / Ծովինար операһы (1973)
  • «Героическая поэма» вокал-хор композицияһы (1983)
  • «50 миллионов за голову» музыкаль комедияһы (1967)
  • «Ахтамар» / Աղթամար балеты (1961)
  • «Лореци Сако» балеты (1961, Ованес Туманян поэмаһы буйынса)
  • «Ивушка» балеты (1963)
  • «Тондракийцы» / Թոնդրակյաններ ораторияһы (1967, Ваагн Давтян шиғырҙарына)
  • «Времена года» хореографик циклы
  • «Саят-Нова» / Սայաթ-Նովա кантатаһы (1963, Егише Чаренец, Ованес Шираз һәм Ованес Туманя шиғырҙарына; бөтәһе 4 кантата, ижад итеү йылдары — 1963-тән 1985-кәсә)
  • дүрт симфония (1969—1983)
  • «Ликование» увертюраһы (1960)
  • «Комитас» / Կոմիտաս поэма-рапсодияһы (1969)
  • скрипка һәм оркестр өсөн концерт (1957)
  • альт һәм оркестр өсөн концерт (1985)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972)
  • Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1990).
  • Музыкальный энциклопедический словарь / Гл. ред. Г. В. Келдыш. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — с. 46-47 — ISBN 5-85270-033-9
  • Arazyan Т. Грегори Ахинян, Ереван, 1974. (Արազյան Թ., Գրիգոր Հախինյան, Երևան, 1974)