Эстәлеккә күсергә

Ахыркапы маяғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ахыркапы маяғы
Нигеҙләү датаһы 1755
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Истанбул һәм Фатих[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Мәрмәр диңгеҙе
Дата принятия в эксплуатацию 1857
Высота лампы маяка 36 метр
Дальность видимости маяка 16 морская миля
Маяҡтың яҡтылыҡ ҡылыҡһырламаһы Fl W 6s
Бейеклеге/буйы 28 метр
Изображается на The Ahırkapı Lighthouse[d]
Карта
 Ахыркапы маяғы Викимилектә

Ахыркапы маяғы (төр. Ahırkapı Feneri) — ғәмәлдәге тарихи маяҡ, Сарайбурну морононда, Истанбулдың Европа ярында, Фәтих районының Ахыркапы кварталында урынлашҡан. Ахыркапы маяғын Азия ярында урынлашҡан Кадыкей Инчибурну маяғы менән тоташтырған тура һыҙыҡ Истанбул портының көньяҡ сиген аңлата[1]. Маяҡтар араһы яҡынса 2.8 км.

Фараз буйынса, маяҡтың барлыҡҡа килеүенә уның эргәһендәге карап һәләкәте сәбәпсе була. 1755 йылда Мысырға йүнәлгән сауҙагәр карабы Кумпкапа яры янында төндә, насар һауа шарттары арҡаһында ҡомға терәлә. Карап һәләкәте тураһында ишетеп, ғосман солтаны Ғосман III моряктарҙы ҡотҡара. Был һыуҙа хәүефһеҙ йөҙөүҙе тәьмин итеү өсөн, солтан бойороғо буйынса, капудан - паша ҡала диуарында бейеклеге 40 метр булған Ахыркапы маяғын төҙөтә. Маяҡ аҡ башня формаһында була һәм зәйтүн майында эшләй[2].

1857 йылда, солтан Әбдел-Мәжит I яңы маяҡты сафҡа индерә, ул француз инженерҙары тарафынан Ахыркапы тирәһендә, Топкапы һарайынан көньяҡта, ҡала диуарҙары янында төҙөлә. 1958 йылда маяҡ Босфорҙан Кеннеди урамы менән айырыла, әммә тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылыуын дауам итә[3].

1857 йылда төҙөлгән маяҡ беҙҙең көнгә тиклем үҙгәрешһеҙ тиерлек килеп еткән[4]. Маяҡ 89 м бейеклектәге, уртаһында ҡара горизонталь һыҙаты булған, конус формаһындағы аҡ башнянан ғибәрәт. Яҡтылыҡ 118 метр бейеклектә урынлашҡан. Башта маяҡ кәрәсин менән эшләй, һуңынан уны карбид лампаһына күсерәләр. Әлеге ваҡытта маяҡ электр ҡулланып эшләй. Маяҡ фонарҙарының биш йөҙ миллиметрлы көҙгөлө линзалары бар, лампаларының ҡеүәте 1000 ватт. Ғәҙәти режимда маяҡ һәр 6 секунд һайын 30 саҡрым алыҫлыҡта күренгән емелдәүсе сигналдар бирә. Томан ваҡытында сигнал һәр 20 секунд һайын бирелә[5].

Ахыркапы маяғы Төркиәлә «TUR-056» коды аҫтындағы маяҡтар исемлегенә индерелгән, һәм TC1ALH радиосигналдары бар[6]. Маяк Яр ҡотҡарыу һәм хәүефһеҙлек идараһы ҡарамағында(төр. Kıyı Müdürlüğü Emniyeti Genel)[5].

  1. Kadıköy İnciburnu Feneri (төр.). turkcebilgi.com. Дата обращения: 26 март 2015.
  2. Ahırkapı feneri ve Lik Ailesi (төр.). denizhaber.com. Дата обращения: 26 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  3. Ahırkapı feneri ve Lik Ailesi (төр.). denizhaber.com. Дата обращения: 26 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  4. Ahırkapı feneri ve Lik Ailesi (төр.). denizhaber.com. Дата обращения: 26 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  5. 5,0 5,1 Ahirkapi Lighthouse (ингл.). lighthousedigest.com. Дата обращения: 26 март 2015.
  6. Istanbul Lighthouses On The Air (ILOTA) Award by TCSWAT (ингл.). TCSWAT. Дата обращения: 26 март 2015.