Эстәлеккә күсергә

Аяна алтын, кейенә көмөш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аяна алтын, кейенә көмөш
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
юғары

Аяна алтын, кейенә көмөш – балалар уйыны.

Уйнарға теләүселәр түңәрәккә баҫа. Һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлана. Уны уртаға сығарып, күҙен бәйләйҙәр. Түңәрәк ҡап уртаға бүленеп, ике рәт барлыҡҡа килтерә һәм ҡара-ҡаршы әйтешәләр:

– Күктә-күктә ниҙәр бар?

– Буҙ сәкмәнле йылан бар.

– Күкрәгендә ниҙәр бар?

– Тәңкә менән йофар бар.

– Тәңкәләрен бир миңә?

– Ниңә бирәйем һиңә.

– Йофарҙарын бир миңә?

– Ник бирәйем мин һиңә.

Ике рәт бер юлы: “Аяна алтын, кейенә көмөш”,- ти ҙә төрлө яҡҡа таралышып ҡаса. Шул ваҡытта күҙе бәйләнгән көтөүсе берәйһен тотоп ҡалырға тырыша. Тота алһа, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, тота алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала. Уйын яңынан башлана.

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.
  • Т.Х.Аслаев. Ы.Ә. Исламғолова. Уйнат, уйлат баланы. Өфө 1987 й.
  • Балалар фолклоры. Ике китаптан тора. 1994йыл Өфө.

Беренсе китап. – ISBN 5-295-01280-8. Икенсе китап. – ISBN 5-295-01534-3