Эстәлеккә күсергә

Ағиҙел уйпатлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ағиҙел уйпатлығы

Ағиҙел уйпатлығы, Ағиҙел депрессияһы (Тау алды депрессияһы; рус. Бельская депрессия) — Урал алды бөгөлөнөң беренсе дәрәжәләге эре кире тектоник структураһы. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында күренә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙылған. Оҙонлоғо 150 км, киңлеге 25-45 км.

Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта Башҡорт мегантиклинорийы менән сиктәш. Урта өлөшө субкиңлек Инйәр-Тоҙйылға бөгөлө менән ҡатмарланған.

Ағиҙел депрессияһы уның үҙәк өлөшөндә ултырма тоҡомдарҙан тора һәм өс ярусҡа бүленә:

  • түбәнге — көңгөргә тиклемге, пермь, боронғо ултырмалар
  • урта — көңгөр, пермь һәм түбәнге триас ултырмаларын үҙ эсенә ала
  • көңгөр тоҙҙарының уйпатлыҡтары һәм мульдалары.

Исеме Ағиҙел йылғаһынан алынған, уның бассейнында көнсығыштан көнбайышҡа — Ағиҙел һәм Кама йылғаларына ҡарата уртаҡ ауышлығы бар.

  • Карст Башкортостана. УФНЦ Институт геологии. Уфа. 2005
  • Геология СССР, М. 1964

Е.В.Логин. Бельская депрессия. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2015—2017). Дата обращения: 7 апрель 2017.(недоступная ссылка)