Ағиҙел өҫтөндә йәшен (кинофильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ағиҙел өҫтөндә йәшен
Фильм постеры
Жанр

тарихи

Режиссёры

Евгений Немченко
Станислав Чаплин

Сценарий
авторы

Леонид Любашевский

Төп
ролдәрҙә

Александр Михайлов

Кинокомпания

Ленфильм

Оҙонлоғо

92 мин.

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Йыл

1968

IMDb

ID 0347130

«Ағиҙел өҫтөндә йәшен» (рус. Гроза над Белой) — тарихи совет нәфис фильмы.

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмдағы ваҡиғалар 1919 йылда бара. Фильмда М. В. Фрунзе командованиеһыда ғәскәрҙәр Граждандар һуғышы осоронда Өфөнө яулап алған эпизод һүрәтләнә. Сюжеттың башы 1919 йылдың февралендә, Фрунзе 4-се ҡыҙыл армияһына етәкселек итә башлаған ваҡытты үҙ эсенә ала. 4-се армия яугирҙары насар кейенгән, аяҡ кейемһеҙ, ҡоралһыҙ, дисциплинаһыҙ масса булып күрһәтелә. Комиссарҙарҙы үлтерәләр, командирҙар башбаштаҡлана. Фрунзеға армияны туплап алыу өсөн ике арала тигеҙлекте һаҡларға тура килә. Ошо уҡ ваҡытта Урыҫ армияһының һөжүме башлана.

Ҡыҙыл армияһының Көнсығыш фронты Көньяҡ төркөмөнөң командиры булып киткән Фрунзеның контрһөжүмде ойоштороу буйынса планы Ҡыҙыл армияның иң «өҫкө» эшелонында ҡаршылыҡҡа осрай, улар Фрунзе менән килешмәй. Шулай ҙа Фрунзе ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күсә. Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфө янында, Фрунзе ғәскәрҙәрен уларға ҡаршы торған аҡ генерал Ханжин менән осрашыу көтә…

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Александр Михайлов — Фрунзе (Шалевич Вячеслав тауышландыра)
  • Алексей Яковлев — Карпов
  • Ефим Копелян — Ханжин
  • Наталья Тенякова — Саша
  • Владимир Кашпур — Веселков
  • Геннадий Юхтин — Абалов
  • Николай Волков — Федор Федорович Новицкий
  • Георгий Тараторкин — Куйбышев
  • Валерий Еремичев — Тухачевский
  • Савелий Крамаров — яраланған разведчик
  • Бруно Фрейндлих — адмирал Колчак
  • Борис Коковкин — Колчак армияһы генералы.
  • Георгий Куликов — Нарком вәкиле
  • Александр Анисимов — эпизодта

Ижади төркөм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сценарий авторы: Леонид Любашевский
  • Режиссер: Евгений Немченко, Станислав Чаплин
  • Оператор: Олег Куховаренко
  • Рәссам: Грачья Мекинян

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фильм Өфө тирәһендә тарихи ваҡиғалар урындарында төшөрөлә.
  • Фрунзе ролен башҡарыр өсөн актер Вячеслав Шалевичты саҡыралар, әммә «Ленфильм» директоры уның кандидатураһына ҡаршы сыға. Һөҙөмтәлә фильмда Александр Михайлов төшә, ә Шалевич уның геройына тауышын яҙҙыра.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]