Аҡауаз (ялан)
Аҡауаз | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Күгәрсен районы |
Аҡауаз — Ағиҙелдең үрге ағымында урынлашҡан, Күгәрсен районындағы иркен ялан. Уның тирә-яғын ярайһы уҡ бейек тауҙар уратып алған. Оҙонлоғо 6-8 километрға еткән Аҡауаз йылғаһы ла, ошо ялан аша үтеп, Ағиҙелгә ҡоя[1]. Аҡауаз яланынан әйләнә-тирәһендәге тауҙарға менеү өсөн ике юл бар: береһе Ағуй буйлап, икенсеһе Ҡырҡкиҫәр йылғаһы буйлап һалынған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топонимик һүҙлектә Аҡауаз атамаһы «аҡ» (белая), ауаз др. тюрк. «речка» тип аңлатыла. Әммә был атаманың икенсе төрлө аңлатмаһы ла бар. Ҡояш кисен Аҡауаз яланынан алыҫ булмаған бейек тау артына барып йәшеренә, әммә байтаҡ ваҡыт Аҡауаз яланын да, Ағуй буйын да яп-яҡты итеп яҡтыртып тора. Борон аҡшам намаҙы яҡынлашыу менән мәсет манараһынан аҙан тауышы яңғыраған. Тик был ауаз ялан өҫтөндә бер аҙ алдараҡ ишетелгән. Урындағы халыҡ ошо ауазды ишетеп аҡшамға ашыҡҡан һәм яланды «Аҡауаз» (аҡ — төҫ, ауаз — аҙан тауышы) тип атаған[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә — ил тарихы. Өфө. Китап. 1993. 6000 дана. 256 бит.
- Словарь топонимов РБ. Өфө. Китап. 2002. 5000 экз. стр. 256.