Аҡа (йылға)
| Аҡа | |
|---|---|
| Характеристика | |
| Оҙонлоғо | 99 км |
| Һыу ағымы | |
| Тамағы | Ыйыҡ йылғаһы (тамағынан 7 км алыҫлыҡта) ҡоя. |
| · Координаталар | 55°59′30″ т. к. 58°14′59″ кс. о.HGЯO |
| Урынлашыуы | |
| Һыу бассейны | |
| Илдәр | |
| Регион | Свердловск өлкәһе, Башҡортостан |
| РДҺР | 10010201012111100022679 |
Аҡа — йылға, Ыйыҡ йылғаһының (Әй йылғаһы ҡушылдығы) уң ҡушылдығы.
Свердловск өлкәһенең Берёзовка ауылының көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Көнсығыштан көнбайышҡа табан Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостандың Мәсетле районы биләмәләренән (Төлгәш һәм Һазбек йылғалары араһы) аға, Свердловск өлкәһе Бағыш ауылы янында көньяҡҡа борола. Ыйыҡ йылғаһы (тамағынан 7 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 99 км, бассейн майҙаны 1074 км2. Башҡортостан биләмәһендә оҙонлоғо яҡынса 16 км. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,85 м3/с. Бассейн Йүрүҙән-Әй тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Ландшафтар һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙан тора, ҡара тупраҡта ҡоро болондар осрай. Бассейндың 25%‑ын урман ҡаплаған.