Эстәлеккә күсергә

Аҡсай таможня заставаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ҡәлғә
Аҡсай таможня заставаһы
Аҡсай таможня заставаһы

Аҡсай таможня заставаһы (Ростов өлкәһе)
Точка
Аҡсай таможня заставаһы
Ил Рәсәй
Урыны Аҡсай, Ростов өлкәһе
Нигеҙләнгән 1763[1]
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6100580000№ 6100580000

Аҡсай таможня заставаһы — Ростов өлкәһе Аҡсай ҡалаһы эргәһендә Малый Лог балкаһы тамағында элекке дон дворян усадьбаһы территорияһында урынлашҡан ер өйөп эшләнгән фортификация ҡоролмаһы. Ҡәлғә XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Баштараҡ уның территорияһында батша заставаһы, һуңыраҡ таможня урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта ҡоролма Аҡсай хәрби-тарихи музейына бирелгән[2].

Ҡәлғә ул ваҡыттағы типик редуттар проекты буйынса төҙөлгән. Эш башында асыҡ траншеялар һәм казематтар өсөн арауыҡтар (пространство) ҡаҙылған, шунан улар кирбестәр менән уратып алынған, буласаҡ нығытма диуарҙары шулай төҙөлгән. Диуарҙарға лагтар һәм түшәм таяуҙары һалынған, һәм Аҡсай йылғаһы буйында ҡаҙылып алынған балсыҡты ентекләп төйөп һәм ҡатлап-ҡатлап киптереп түшәгәндәр. Ҡыйыҡ таяуҙарында вентиляция каналдары эшләнгән. Ер ҡыйыҡ таяуҙары 10 метр ҡалынлыҡта булған һәм был артиллерия ҡоралдарынан утҡа тотоуҙан һаҡланыуҙы юғары дәрәжәлә тәьмин иткән[3].

Аҡсай ер ҡәлғәһен төҙөү 1763 йылда тамамланған. Аҙаҡҡы вариантында ул 15 метрға 10 метр размерлы тау түбәһен хәтерләткән. Комплекс изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе комплексына ҡараған. Ҡәлғә һаҡсылары ҡарамағында йыраҡҡа атыу һәм картечь иҫәбе буйынса теләһә ниндәй карап пушкаларынан да артығыраҡ 36 пушка-гаубица булған. Музей экспозицияһында шундай бер нисә пушка ҡуйылған. Ер аҫты казематтары атлы эскадрон һыйҙырышлы булған.

XVIII быуат уртаһынан ҡәлғә урынында тәүҙә батша, ә һуңғараҡ, ҡәлғәнең гарнизонынан тыш, таможня заставаһы һәм кескәй генә Усть-Аксайск ҡалаһы булған. Аҡсай ҡәлғәһенең хәрби-стратегик әһәмиәте уның географик урынына — һигеҙ сауҙа юлдары сатына — бәйләнгән. Рус-төрөк һуғыштары периодында ҡәлғәгә 1700 йылдағы Константинополь килешеүе буйынса Рәсәйгә күскән Азовты обороналау бурысы һалынған[4].

Диуар участкаһы

1941 йылға саҡлы Таможня заставаһының ер аҫтындағы ҡоролмаһы йәшелсә һаҡлау урыны булып хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡәлғәнең ер аҫтын бомба атакаларынан һаҡланыу урыны (бомбоубежище) итеп файҙаланғандар. 1948 йылдан Таможня заставалары ҡоролмалары Аҡсай консерва заводына бирелгән һәм продукция һаҡлау урыны итеп файҙаланылған. Һуңынан, завод үҙенең келәт (склад) бинаһын төҙөгәс, ер аҫты ташланған, һәм уны күп тапҡырҙар Гладченко Е. В. етәкселегендә краеведтар килеп өйрәнеп йөрөгән.

1977 йылда, тарихи-архив тикшеренеүҙәргә таянып, Аҡсай ҡала башҡарма комитеты Таможня заставаһы ҡоролмалары комплексын иҫәпкә алыу тураһында ҡарар ҡабул иткән (1977 й. 5 майы 106-сы һанлы ҡарары). Рәсми телдә был объект "XVIII быуаттың дары мөгәрәбе"тип аталып йөрөтөлгән. Ҡоролмалар комплексы оҙаҡ ваҡыт авария хәлендә булған һәм шуның өсөн күмәк кеше тарафынан барып ҡарау мөмкинлеге ябылған булған. Тик 1981 йылда музей директоры Гладченко В. Д. урындағы башҡарма комитеттан Дары мөгәрәбен реставрациялауға һәм уны артабан музей объекты булараҡ халыҡҡа күрһәтеү рөхсәтен алған. Шунан һуң ер аҫты ҡоролмаларын сүп-сарҙан таҙартыу эштәре башланған.

1985 йылдың аҙағында район мәҙәниәт бүлеге Аҡсай таможня заставаһын реставрациялау проектын әҙерләүҙе «Спецпроектреставрация» СКФ проект институтына бирергә ҡарар иткән. 1985 йылда проект тикшеренеүҙәре өсөн аҡса өлкә мәҙәниәт идаралығы бюджетынан бүленгән. Проект эштәрен Солнышкин Ю. И. етәкләгән. 1986 йыл һуңында проект эскизы әҙер булған. Унда түбәндәгеләр алдан ҡаралған: ер өҫтөндәге юғалған фундаменттарҙы консервациялау, ер аҫтына инеү юлын яңыртыу, интерьерҙың ҡайһы бер элементтарын бер аҙ яңыртып, ер аҫтындағы эске биналарҙы реставрациялау, территорияны төҙөкләндереү, автомобиль туҡталыштары булдырыу. Реставрацияға ризалыҡ бирелгән, реставрация эштәрен финанслау алып барылмаған. Тик реставраторҙарҙың энтузиазмы ярҙамында ғына 1987 йылда Таможня заставаһын тергеҙеү эштәре башланған. Объектта работали Гладченко В. Д., Запорожцев В. Б., Андрончик Н. Н., Степаненко О. В., Гевало А. И., Панченко И. В., Гасанов А. С., Юрий һәм Виталий Барабанщиковтар, Осыкин А. Ю., Загайнова О. Н. һ.б. эшләнеләр. Реставраторҙарҙың һүҙҙәре буйынса, тергеҙеү эштәре кеше сыҙамаҫлыҡ бик насар шарттарҙа атҡарылған. Грушевская урамының түбәнге осонда урынлашҡан ҡойонан һыу ташығандар, таштарҙы күршеләрҙән һорап алғандар, юл буйынан һәм йырындарҙан йыйғандар.

1986 йыл һуңында Аҡсай район башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге Ростов махсуслаштырылған фәнни-производство реставрация оҫтаханаһына 1987 йыл планына Аҡсай таможня заставаһында ремонт-реставрация эштәрен башҡарыу бурысын индереүҙе үтенеп мөрәжәғәт иткән. Ошо маҡсатҡа өлкә бюджетынан 30 мең һум аҡса бүленгән. Ләкин реставрация оҫтаханаларында яҡын арала эш башлау мөмкинлеге булмаған.

Бының менән бәйле 1985 йылда һәйкәлдең техник торошо тураһында акт төҙөлөп, Таможня заставаһының дөйөм торошо ҡәнәғәтләнерлек булмауы, шулай уҡ һәйкәлдең өлөшләтә емерелеүе эҙемтәләре тасуирлап бирелгән. Төп реставрация эштәре 1987—1989 йылдарға тура килгән. 1991 йылға смета буйынса реставрация эшенә бүленгән 84 мең һум аҡсаның 52 мең һумы үҙләштерелгән. 1991 йылдың сентябрендә «Таможня заставаһы» музей комплексын асыу тантанаһы ойошторолған[4].

Күргәҙмә залы

Таможня заставаһы территорияһында ике даими күргәҙмә эшләй: таш мөгәрәптең ер аҫты төҙөлмәләрендә һәм дон дворяндары Бобриковтар һәм Леоновтар усадьбаларына ҡараған «XVIII быуатта Дондағы таможня хеҙмәте» экспозицияһы, һәм шулай уҡ күп төрҙәре «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән тейелмәгән дала үҫемлектәренең асыҡ һауалағы «Тәбиғәт музейы». Бында шулай уҡ XX быуаттың беренсе яртыһына ҡараған ауыл хужалығы производство ҡоралдары күргәҙмәһе урынлашҡан[5].Бында шулай уҡ XX быуаттың беренсе яртыһына ҡараған ауыл хужалығы производство ҡоралдары күргәҙмәһе урынлашҡан[5].

Төп экспозиция ер аҫтындағы майҙаны 350 м²булған таш биналарҙа ойошторолған. Музейҙа һалҡын һәм атыу ҡоралдары, таможенниктар көнкүреше предметтары һәм таможня хеҙмәте инструменттары, ҡулъяҙма документтар ҡуйылған[6]. Комплекс экспозициялары Дондағы һәм Аҡсай станицаһындағы таможня хеҙмәте тарихы, шулай уҡ был урындың тарихы, тәбиғәте һәм экологияһы тураһында һөйләй[2].

  1. Таможенная застава. Исторический центр города. ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 24 декабрь 2016.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 История аксайского военно-исторического музея. Аксайский военно-исторический музей. Дата обращения: 24 декабрь 2016.
  3. Достопримечательности Аксайского района. Администрация Аксайского района. Дата обращения: 25 декабрь 2016.
  4. 4,0 4,1 Черняева Любовь. Таможенная застава». Автор Дона. Дата обращения: 24 декабрь 2016.
  5. 5,0 5,1 «Таможенная застава». Аксайский военно-исторический музей. Дата обращения: 24 декабрь 2016.
  6. Аксайский военно-исторический музей (Аксай). Vetert.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2016.