Эстәлеккә күсергә

Аҡташ ҡаяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аҡташ ҡаяһы — Еҙем йылғаһының уң яҡ яры буйында, Ғафури районынан ярты километр, район үҙәге булған Красноусольскийҙан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Исеме ҡаяларының төҫөнә ҡарап бирелгән, сөнки Аҡташ ҡаяһы, ысынлап та, аҡ төҫтә.

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы үҙенең яҙмаларында: «бойондороҡһоҙ» һуңғы башҡорт хандарының береһе Аҡташ тауында йәшәгән Ялман бей булған", тип яҙа. Ялман бей менән булған хәлме, башҡа хан менәнме, башҡорт халҡының шундай легендаһы бар.

Аҡташта йәшәгән хандың ҡыҙы ныҡ һылыу була. Тау алдына ғәскәр килеп баҫа. Ғәскәр башлығы: «Хан ҡыҙыңды алырға килдем. Бирмәһәң, яу менән алам», — ти. Хан ҡыҙынан һорай. Ҡыҙ ғәрлегенән илап, атаһынан үҙен шундай һөмһөҙгә бирмәүен үтенә. Хан ғәскәр башлығына ҡыҙының күңеле тартҡан кешеһенә сығасағын әйтә. Яу башлана. Килгән ғәскәр бик ҙур була. Аҡташ ханы еңелә башлай. Ата кеше дошманға һиҙҙермәй яуҙан сыға ла, ҡыҙына килеп, яуҙа еңелә башлағандарын әйтә һәм ҡыҙына йәшенергә ҡуша. Ҡыҙҙы алтындары менән бергә Аҡташ тауына йәшерәләр. Хан яңынан яуға инә һәм һәләк була. Дошман ханды еңгәс, ҡыҙҙы эҙләп ҡарай, таба алмай. Шул тирәлә йәшәгән ауыл кешеләре ҡыҙҙың оҙаҡ йылдар Аҡташ ҡаяларында ҡайсаҡ сәсен тарап йә моңайып ултырғанын күрәләр. Ҡыҙ күренмәй башлағас та, уға тиклем дә Аҡташта хандың хазиналарын эҙләп ҡарайҙар, таба алмайҙар.

  • Нәҙершина Ф. А. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. (Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: Китап, 1997. — 288 с. — ISBN 5-295-02094-0.