Аҡҡош күле (Ереван)
Аҡҡош күле | |
әрм. Կարապի լիճ | |
Кем хөрмәтенә аталған | Лебединое озеро[d] |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Майҙан | 2490 квадрат метр |
Аҡҡош күле Викимилектә |
Аҡҡош күле (әрм. Կարապի լիճ) — Еревандың үҙәгендә, Азатлыҡ майҙанында урынлашҡан декоратив һыу сығанағы.
Күлдең майҙаны 2490 квадрат метр тәшкил итә.
Халыҡтың күңел асыу, төрлө саралар үткәреү урыны[1]. Ҡышын күлдең бер өлөшө һырғалаҡ булараҡ файҙаланыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1963 йылда архитектор Геворг Мушегян проекты буйынса, майҙандыреконструкциялау барышында иҫке торлаҡ урынында булдырылы. Шул уҡ ваҡытта тәбиғи рельеф һаҡлана, ярҙарына бер нисә бөҙрә тал ултыртыла, яр буйы йыһазландырыла һәм декоратив яҡтылыҡ булдырыла. Опера һәм балет театры>на яҡын булғанлыҡтан П. И. Чайковскийҙың ошо атамалағы балетынан алына. Формаһы Севан күленә оҡшаған.
Советтар ваҡытта күлдә төйәкләнгән аҡ һәм ҡара аҡҡоштар 1990 йылдар башында юҡҡа сыға.
2003 йылда күл ярына композитор Арно Бабаджанянға үҙенсәлекле һәйкәл ҡуйыла[2].
2009 йылда Ереван мэры Ереван зоопаркына күлгә аҡҡоштарҙы ҡайтарыу бурысын йөкмәтә.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ереван эскиздары» (1968) «Ереван хыялыйҙары» (1983)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Лебединое озеро» — хороший подарок"//Газета «Ереван». 5 октября 1963 года
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1]Канье Уэст прыгнул в Лебединое озеро во время бесплатного концерта в Ереване
- ↑ Памятник Арно Бабаджаняну