Эстәлеккә күсергә

Аҡ күл (Ульяновск өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ күл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Николаевский район[d]
Карта
 Аҡ күл Викимилектә

Аҡ күл — Волга буйы ҡалҡыулығының урта өлөшөндәге үҙе тәбиғи рәүештә таҙара торған күл, ул абсолют бейеклеге 320 метр булған яҫы тигеҙлектә ята. Боҙлоҡ осороноң һәйкәле, күл йәше 250 мең йыл тип баһалана (ООПТ тарафынан 1974 йылдан алып)[2].

Аҡ күл Ульяновскиҙан 260 км алыҫлыҡта , , Ульяновск өлкәһенең Николаевский районында[2]урынлашҡан. Курорты Мәскәү — һамар — Өфө — Силәбе автомагистраленән 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Автомобиль юлына параллель рәүештә тимер юл үтә.

Аҡ күлдең һыуы таҙа, аҙ минераллашҡан, шунлыҡтан ул үҙ исемен алған да инде. Күл оҙонса формала. Төбөндәге ләме башлыса күл ылымыҡтары ҡалдыҡтарынан, ылыҫлы үҫемлектәрҙең ылыҫынан һәм һеркәһенән тора. Яры түбән, тигеҙ, ҡайһы бер урындары һаҙлыҡлы. Күл ағар һыуһыҙ һәм атмосфера һәм грунт һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Ҡыш еткәс боҙ ҡалынлығы 0,5-0,6 м тәшкил итә.

Күл ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки бында боҙлоҡ дәүеренең флораһы вәкилдәре һаҡланып ҡалған. Яр буйҙарында ҡарағай, саған, йүкә, кәрлә ҡайын, мүк һәм лишайниктарҙы осратырға мөмкин.

Академик Б. А. Келлер, 1911 йылда күлгә килгәнендә, уны Финляндияның өлөшө тип атаған. Куйбышев медицина институты профессорҙары Н. П. Климовицкий һәм В. Н. Шиклеев бындағы һауа Кисловодск ҡалаһы һауаһына ҡарағанда юғары аэрондар менән 2,3 тапҡырға байыраҡ тип табалар.

Аҡ күл тәбиғәтенең үҙенсәлеге уны тәбиғәт һәйкәле тип атарға мөмкинлек бирә.

Күл ярының күренеше

1930 йылда бында пионер лагерҙары, ял йорттары төҙөлә башлай. 1980 йылдар аҙағында — 1990-йылдар башында бында өс ял йорто, шифахана, ял базаһы һәм 12 пионер лагеры, автокемпинг төҙөлә. Йәйге миҙгелдә 30 меңгә тиклем кеше ял итә. Аҡ күл районы үпкә ауырыулы һәм йөрәк-ҡан системалары сирле балаларҙы дауалау урыны булып тора. 1990 йылда бында геология ойошмалары тарафынан минераль һыуҙар һәм шифалы батҡаҡ булыу ихтималлығы билдәләнә. Әлеге ваҡытта күлдең яр буйҙары, улар 70 гектарға яҡын тәшкил итә, шифахана-курорт зонаһы итеп үҙләштерелгән.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Аҡ күл. mpr73.ba. 13 апрель 2016 тикшерелде. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «оопт» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "карта" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.