Эстәлеккә күсергә

Аҡсабан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡ сабан битенән йүнәлтелде)
Аҡсабан
Ата һәм инә ҡош
Ата (өҫтә) һәм инә(аҫта)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ҡаҙ һымаҡтар
Ғаилә: Өйрәктәр
Ырыу: Mergellus
Төр: Аҡсабан
Латинса исеме
Mergellus albellus
(Linnaeus, 1758)
Синонимдары

Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс

  • Mergus albellus
ITIS 175196
NCBI 107026

Аҡсабан (рус. Луто́к, или ма́лый кроха́ль) (лат. Mergellus albellus) — Өйрәктәр ғаиләһенән булған һыуҙа йөҙөүсе ҡош.

Һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, йопланып (парланып), йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр, яҡшы сума. Һырты, ҡанаттарының сите, күҙ эргәләре, елкәһе ҡара, ҡойроғо һорғолт ерән. Башында ҙур ғына аҡ бүрке бар. Инә өйрәктең башы һәм бүрке ерән, арҡаһы, ҡабырғалары һоро. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел. Тауышы- киҫкен: «кйәк» йәки «кррр». Ите, мамығы өсөн аулайҙар.

Балыҡлы йылғала, күлдәрҙә йәшәй. Һирәк осраған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарында оялай.

6-12 йомортҡа һала.

Балыҡ, һыу бөжәктәре һәм үҫемлектәре менән туҡлана.

Mergellus albellus

Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 65-се бит.

Осоп китеүсе ата ҡош