Аҡ умырзая

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ умырзая
Anemone coronaria
Тажлы аҡ умырзая
аҡ умырзая ырыуының типик төрө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anemone L., 1753

Синонимдар
Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18425
NCBI  22868
EOL  37273
GRIN  g:664
IPNI  33056-1

Аҡ умырзая (лат. Anemone) — лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты[2].

Ҡыҫҡаса белешмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта, өс бүлемле сегменттарға бүленгән бармаҡ һымаҡ теленмә. Өс тапҡыр теленгән ҡыҫҡа һаплы өс өҫкө япрағы япма барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡыҫҡа башлы, күп сәтләүекле, аҡ ойошҡан төк м‑н ҡапланған, июнь—июлдә өлгөрә.

1 — Anemone nemorosa; 2 — Anemone ranunculoides. Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация

Корневище мясистое, цилиндричексое или клубневидное.

Үҫеү урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман аҡ умырзаяһы үҫә. Һирәк урманда, сағыл һәм ҡоро болонда үҫә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа, Башҡортостан биләмәһенең бар яғында латаралған. Ареалы һәм һаны болондарҙа мал көтөү һәм күпләп йыйыу арҡаһында кәмей.

Файҙаланышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Anemone

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]