А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Отделение историко-филологических наук РАН[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Рәсми сайт imli.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Сотрудники ИМЛИ[d]

Рәсәй Фәндә Академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты (ИМЛИ РАН) — 1932 йылда барлыҡҡа килгән Рәсәй Фәндәр академияһы ғилми-тикшеренеү институты Мәскәүҙә кенәз Гагариндың элекке усадьбаһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поварской урамындағы ИМЛИ бинаһы (Мәскәү). 2018 йыл

1932 йылдың 17 сентябрендә СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының «Максим Горькийҙың әҙәби эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыу уңайынан саралар тураһында»ғы ҡарары менән булдырыла. 1934 йылға тиклем — Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1934 йылдың 27 авгусындағы ҡарарына ярашлы, А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты. Л. Б. Каменев институттың тәүге директоры итеп үҙгәртелә.

1937 йылдың 14 февралендә Институт ҡарамағында А. М. Горький архивы һәм А. М. Горький музейы булдырыла. 1937 йылдың 1 ноябрендә музей күмәк халыҡҡа асыҡ була, ә 1938 йылдың 4 мартында — А. С. Пушкин Дәүләт музейы тип йөрөтөлә башлай. 1949 йылда ул Ленинградҡа күсерелә.

1938 йылдың 16 апрелендә, СССР Фәндәр академияһы составына ингәс, СССР Фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты, артабан хәҙерге исемен — Рәсәй Фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты (ИМЛИ) ала. Доменико Жилярди проекты буйынса XIX быуаттың тәүге сирегендә төҙөлгән Гагариндарҙың элекке усадьбаһында, Поварская урамы, 25 адресы буйынса урынлашҡан.

1950 йылда ИМЛИ хеҙмәткәре Вера Степановна Нечаева В. Г. Белинскийҙың дүрт томлыҡ биографияһының тәүге томы (1949) өсөн В. Г. Белинский исемендәге академия премияһы лауреаты була[2]. 1952 йылда Нечаева Институттың текстология секторы мөдире итеп тәғәйенләнә.

Мирбадалева Адэльма Сабировна 1961 — 2005 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй Фәндәр Академияһының А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институтында 1977 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1989 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]