А. М. Штромдың табыш йорто (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
А. М. Штромдың табыш йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 89 |
Проект авторы | Л. Ф. Эберг |
Нигеҙләүсе | А. М. Штром |
Нигеҙләнгән | 1912 йыл |
Статус | төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты |
А. М. Штромдың табыш йорто Викимилектә |
А. М. Штромдың табыш йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Дондағы Ростовта[1] Оло Баҡса урамы, 89 адресы буйынса урынлашҡан. XX быуат башында ҡаланың тарихи өлөшөндә архитектор Л. Ф. Эберг[2] проекты буйынса төҙөлгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1910-сы йылдарҙа архитектор Леонид Федорович Эберг үҙенең профессиональ эшмәкәрлеген башлаған ғына була. Ул 1911 йылда Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм һәйкәл ҡойоу сәнғәте[3] училищеһын тамамлай һәм Дондағы Ростов ҡала идараһы янындағы төҙөлөш эштәре мөдире вазифаһына эшкә саҡырыла. Шул ваҡытта ул хәлле Ростов банкиры Штром Александр Михайлович менән таныша. Тап шул ваҡытта Александр Михайлович табыш йорто төҙөү өсөн проект эшләтергә архитектор эҙләү менән мәшғүл булған була. Ул проект төҙөтөү өсөн Л. Ф. Эбергты һайлай[4]. Йәш архитектор биш ҡатлы табыш йортон планлаштырыу һәм төҙөү менән шөғөлләнә башлай. Ике йылда проектты эшләп бөтә, 1912 йыл мәғлүмәттәре буйынса биш ҡатлы йорт төҙөлөп бөткән була[1], ә йорт төҙөү өсөн алынған кредит түләнеп бөтә. Табыш йортоноң фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, ундағы яҙыу был йорттоң Романовтар Йортоноң 300-йыллығына төҙөлөп бөтөүен хәбәр итә[2]. Таҡтаташ йорттоң фасадында 1950-се йылдарға тиклем тора. Штромдың табыш йортон төҙөп бөтөүгә, Леонид Эбергтың Дондағы Ростовта башҡа заказдары барлыҡҡа килә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 О внесении изменений в постановление министерства культуры Ростовской области от 03.03.2016 года № 123 2017 йыл 6 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Звездный дом
- ↑ 3,0 3,1 Л. 2017 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Архитектурное наследство Эбергов становится ненужным Ростову 2022 йыл 11 апрель архивланған.