А. С. Пушкин исемендәге китапхана- уҡыу бүлмәһе
А. С. Пушкин исемендәге китапхана- уҡыу бүлмәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 27 июль 1899 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Басманный район[d] |
Урынлашҡан урамы | Спартаковская улица[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Москва/Центральный округ/За Садов. кольцом от Каланчёвск. и Краснопрудн. до Стар. Басманной и Спартаковской ул.[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Адрес | Москва |
Рәсми сайт | pushkinmoslib.ru |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Pushkin Library in Moscow[d] |
А. С. Пушкин исемендәге китапхана- уҡыу бүлмәһе Викимилектә |
А. С. Пушкин исемендәге китапхана (2014 йылдан — А. С. Пушкин исемендәге китапхана- уҡыу бүлмәһе) — Мәскәү район китапханаһы. XIX быуат башында Спартаковская урамы, 9-сы йорт адресы буйынса төҙөлгән Мухиндарҙың элекке усадьбаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылда шағирҙың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә Мәскәү ҡала думаһы ҡарары буйынса А. С. Пушкин исемендәге китапханаға нигеҙ һалына. Уны асыу тантанаһы 1900 йылдың 2 (15) майында Немец урамындағы (хәҙерге Бауман урамы) Е. А. Богачёва йортонда үтә. 1912 йылда китапхана өсөн Ф. Д. Мухин вариҫтарының Елохово майҙанындағы айырым йорто һатып алына, китапхана хәҙерге көнгә тиклем ошо йортта. Китапхананың беренсе бағыусыһы А. С. Пушкиндың ҡыҙы Мария Александровна Гартунг.
Китапхана менән файҙаланыу ҡағиҙәләре халыҡтың бөтә ҡатламына китапҡа юл аса, китапхана уҡыусылары араһында эшселәр күп була. 1901 йылдың октябрь айында китапты өйгә биреү бүлексәһе барлыҡҡа килә (абонемент). Был Мәскәү китапханалары араһында абонемент ойоштороуҙың беренсе тәжрибәһе була. Тәжрибә уңышлы булып сыға: әгәр 1902 йылда уҡыу бүлмәһенә абонементҡа ҡарағанда 4,6 тапҡыр күберәк кеше килһә, 1910 йылдан абонементтар һаны уҡыу бүлмәһенә йөрөүселәрҙән 2 тапҡырға уҙып китә. Революциянан һуң китапхананың фонды Ступиндың тартып алынған складындағы һәм башҡа китап складтарындағы китаптар, шәхси китапханаларҙан конфискацияланған йыйынтыҡтар менән тулылана. Ул райондың төп китапханаһы булып китә.
Китапхана тормошонда 1937 йылда А. С. Пушкин вафатының 100 йыллығына ҡарата әҙерлек ҙур роль уйнай. Китапханала билдәле профессорҙар М. А. Цявловский һәм Д. Д. Благой, Л. Гроссман, А. С. Пушкин музейының хеҙмәткәрҙәре, Фәндәр академияһының юбилей комиссияһы вәкилдәре сығыш яһай, А. С. Пушкиндың Д. Бедный, А. Луначарский, А. Сакулин редакцияһы аҫтында революцияға тиклемге әҫәрҙәр йыйынтығы туплана.
Хатта ауыр һуғыш йылдарында ла китапхана эшен туҡтатмай. Өс гәзит уҡыусылар конференцияһы ойошторола. Уларҙың береһендә, совет патриотизмына бағышланған конференцияла И. Эренбург сығыш яһай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа китапханала А. С. Пушкин әҫәрҙәрен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр ойошторола, шағирҙың ижады тураһында лекциялар циклы уҡыла. 1975 йылдан алып китапханала бөйөк шағирҙың ижадын һөйөүселәрҙе һәм белгестәрҙе берләштергән «Пушкинист» клубы эшләй. 1996 йылда А. С. Пушкин вариҫтары клубы барлыҡҡа килә, уның ағзалары Пушкин уҡыуҙарында, презентацияларҙа, осрашыуҙарҙа һәм әҙәби-музыкаль кисәләрҙә, рәссамдар күргәҙмәләрендә ҡатнашалар.
Китапхананың китап фондында белемдең төрлө тармаҡтары буйынса яҡынса 240 мең дана баҫма экземпляр иҫәпләнә. Уның структураһында төрлө бүлектәр: мәғлүмәт-библиография, нота-музыкаль, эшкәртеү һәм комплектлау бүлеге, матбуғат баҫмалары бүлеге, урыҫ һәм сит ил телдәрендә китап абонементтары, шулай уҡ уҡыу залдары бар, залдарҙың береһе Пушкин исемен йөрөтә. Йыл һайын китапхана 13 мең китап уҡыусыны хеҙмәтләндерә, килеүселәр һаны 280 мең тәшкил итә.
Китапханала бушлай концерттар, әҙиптәр менән осрашыуҙар, китапхана бинаһы буйынса экскурсиялар үтә, ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар һәм түңәрәктәр эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Библиотека имени А. С. Пушкина 1900—2000 / Сост. С. Г. Хмельницкая, В. М. Кроник. — М.: Русский путь, 2000. — 136 с.
- Старейшие общедоступные библиотеки Москвы / Сост. Г. В. Малясова, Е. В. Николаева. — М.: Библиотека-читальня им. И. С. Тургенева, 2010. — 32 с.