Бад-Пирмонт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бад-Пирмонт
Герб
Wappen bad pyrmont.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1194
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия[1]
Административ үҙәк Люгде[d]
Административ-территориаль берәмек Хамельн-Пирмонт[d]
Хөкүмәт башлығы Elke Christina Roeder[d]
Ойошма ағзаһы Niedersächsischer Städtetag[d][2]
Халыҡ һаны 19 285 кеше (31 декабрь 2021)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 111 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d][4] һәм UTC+2:00[d]
Туғандаш ҡала Анцио, Хемстеде[d] һәм Бад-Фрайенвальде[d]
Сиктәш Люгде[d] һәм Эрцен[d]
Майҙаны 61,99 км² (31 декабрь 2017)[5]
Почта индексы 31812
Рәсми сайт stadt-badpyrmont.de
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 05281
Номер тамғаһы коды HM
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Бад-Пирмонте[d]
Карта
Commons-logo.svg Бад-Пирмонт Викимилектә

Бад-Пирмонт (нем. Bad Pyrmont) — Германия ҡалаһы, шифахана, Түбәнге Саксония ерендә урынлашҡан.

Бад-Пирмонт ҡалаһы Хамельн-Пирмонт районы составына инә. Ҡаланың халҡы 20 770 кеше тәшкил итә (2010 йылдың 31 декабренә ҡарата). Бад-Пирмонт ҡалаһы 61,96 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 2 52 03 003.

Ҡала 9 районға бүленә.

Йыл Халыҡ
1990 21 221
1995 23 051
2000 22 210
2005 21 586
2010 20 861

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттарҙа Пирмонт исеме аҫтында (Pyrmont)ул шул уҡ исемдәге графлыҡтың баш ҡалаһы булған. Графлыҡ менән граф Шваленбергтарҙың кесе быуыны идара иткән (Schwalenberg) (1148—1494). Был ырыу юҡҡа сыҡҡас, графлыҡ граф Шпигельбергҡа мираҫҡа күсә. 1557 йылда графлыҡ Липпе йортона, һуңынан 1583 йылда графа Глайхенға күсә. 1625 йылда графлыҡ мираҫ буйынса граф Вальдек биләмәһенә әйләнә. 1712 йылдың ғинуарында Вальдек-Пирмонт биләмәһе император VI Карл тарафынан империя кенәзлеге статусына күтәрелә.

Ҡыҫҡа осор эсендә, 1805—1812 йылдарҙа, Пирмонт менән идара итеүсе кенәз вафат булғас, ул айырым ике кенәзлеккә бүленә, ләкин 1812 йылда улар берләштерелә. 1921 йылдың 30 ноябрендә урындағы плебисцит һөҙөмтәһендә Пирмонт Ганновер провинцияһы составына индерелә.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1950-се йылдарҙан башлап үҙенең 1970 йылдағы вафатына тиклем Бад-Пирмонтта немец һәм британ физигы һәм математигы, Нобель премияһы лауреаты, квант механикаһын уйлап табыусыларҙың береһе булған Макс Борн ғаиләһе менән йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]