Байков күпере (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
Байков күпере
| |
Ил | Рәсәй |
Адрес | Дондағы Ростов |
Нигеҙләнгән | 1864 йылдың 30 авгусы |
Бөгөнгө хәле | һаҡланмаған |
Байков күпере Викимилектә |
Байков күпере — Дондағы Ростов ҡалаһындағы 1864 йылда Генеральная балка аша сығыу өсөн төҙөлгән күпер. Күпергә был исемде ҡала башлығы Байков Андрей Матвеевич хөрмәтенә ҡушалар. Объект беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байков күперен төҙөү тарихы 1840 йылда башлана. Ҡала башлығы Ященко Андрей Романович Генеральная балка аша сығыу өсөн күпер төҙөргә тәҡдим итә.
Был бик кәрәкле ҡарар була. Сөнки тәбиғәт шарттары насар булғанда, йәки күп кеше ҡатнашҡан сентябрь[1] Раштыуа-Богородица йәрминкәһе үткәргәндә[2], ыҙандың икенсе яғына сығыу проблемалылыҡ тыуҙыра.
Шулай уҡ тауарҙарҙы һәм йөктәрҙе Генеральная балка аша икенсе яҡҡа сығарыу ҡатмарлы була[3].
Ҡала думаһы ла балка аша сығыу өсөн әле булған ағас күперҙәр урынына яңы таш күпер төҙөргә кәрәклеген таный, сөнки ағас күперҙәр һәр ваҡыт ремонтлап тороуҙы талап итә[4].
1857 йылда архитектор Лыков бөтә сығымдарҙы яҙа һәм смета төҙөй, күпер төҙөү өсөн 4955 һум 26 тин күләмендә аҡса кәрәк була. Ҡала башлығы булып Андрей Матвеевич Байков торғас, ул яңынан күпер төҙөүҙө ҡайғырта башлай, ләкин материалдар ҡыйбатланған була.
Хәҙер ҡала властары, нәҡ таш күпер төҙөү урынлымы икән, бәлки арка эшләү яҡшыраҡтыр тип уйлай башлайҙар. Ләкин күпер барыбер төҙөлә. Уны тантаналы рәүештә изгеләндереү 1864 йылдың 30 авгусында башҡарыла.
Күпер яндауырында «Байков күпере» һәм «1864 йылдың 30 авгусында асылған» тигән яҙыулы ике табличка була. Күперҙең асылыуы, тағын бер бик әһәмиәтле ваҡиға менән тап килә. 20 көн үткәс Петропавловск ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йортона нигеҙ һалына[1]. Был йылда күпер балканың берҙән — бер ҡапланған өлөшө була.[4].
2013 йылдың мартына ҡарата күперҙәге мемориаль таҡталар һәм торбалар һаҡланмаған[5]. Беҙҙең көндәргә тиклем Байков күпере үҙе лә һаҡланмаған.
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күперҙең киңлеге 20 сажин, тороғо — 2 сажин. Күпер көмбәҙе кирбес ҡулланып, стеналары — аршынлы таштарҙан эшләнә[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ростов эпохи Байковской// Донской временник. Краеведческий библиотечно-библиографический журнал 2016 йыл 7 декабрь архивланған.
- ↑ История города Ростова-на-Дону. Очерк с рисунками в тексте. Составил А. М. Ильин, 1909 год. 153 с. — С. 68/70
- ↑ Старый Ростов во времена Байкова 2017 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Генеральная балка//Источник: Сидоров В. С. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону: В 6 т. Ростов-на-Дону: Гефест. Т. 4. 1996. 404 с
- ↑ Байковский мост-коллектор