Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы
Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы |
Һөнәр төрө | public health physician, табип |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы (9 май 1960 йыл) — ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2003—2017 йылдарҙа Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фирғәт Миҙхәт улы Байрамғолов 1960 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Әхмәр ауылында тыуған. Урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлай.
1975—1979 йылдарҙа Сибай медицина училищеһына уҡый. Артабан «Ирәндек» совхозының участка дауаханаһында фельдшер-акушер булып эшләй.
1979—1981 йылдарҙа саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була, уны СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә.
1981—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының киске бүлегендә «Дауалау эше» факультетында уҡый.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1981—1988 йылдарҙа Өфө ҡалаһы 21-се ҡала клиник дауаханаһында хирургия, эндокринология бүлегендә медбрат булып эшләй.
1988—1989 йылдарҙа анестезиология һәм реанимация бүлегендә врач-интерн.
1989—1999 йылдарҙа Республика киҫкен ағыуланыуҙар һәм терапевтик реанимация үҙәгендә табип анестезиолог-реаниматолог.
1999 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының III терапия бүлеге мөдире.
1999 йылдың авгусынан 2003 йылға тиклем — 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы.
2003 йылда БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт һәм идара хеҙмәте академияһын дәүләт муниципаль идараһы менеджеры бүлеге буйынса тамалай.
2003 йылдан — «Республика перинаталь үҙәге» дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы.
РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһының Өфө филиалында өҫтәмә белем ала, финансист[1]
Дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ГБУЗ "Республика перинаталь үҙәге"нә нигеҙ һалынғандан бирле, был үҙенсәлекле медицина учреждениеһын булдырыуға, уны белгестәр һәм матди тәьмин итеүгә күп көс һалған, әһәмиәтле өлөш индергән баш табип Фирғәт Миҙхәт улы Байрамғолов етәкләне.
Перинаталь үҙәкте асыу республикала демографик ситуацияны яҡшыртыу мөһимлеге менән аңлатыла. Ул йылдарҙа мин 2-се һанлы Республика клиник дауаханаһында баш табип булып эшләй инем, һәм республика етәкселеге миңә яңы барлыҡҡа килгән учреждениены етәкләргә тәҡдим итте. Миңә нулдән башларға тура килде — бинаны киләсәктә медицина учреждениеһы функцияһын үтәрлек кимәлгә килтерергә, коллектив фомалаштырырға кәрәк ине. Яңы медицина үҙәгендә тәүге хеҙмәткәрҙәр — улар баш бухгалтер һәм кадрҙар бүлеге начальнигы булды. 4 ай дауамында беҙ коллектив туплау, кәрәкле ҡорамалдарҙы урынлаштырыу бурысын үтәнек. Үҙәкте тантаналы асыу 2003 йылдың декабрендә үтте. 13 йыл эсендә беҙҙең команда республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә позитив имиджға эйә булды. Беҙ күп уңышҡа өлгәштек, шул иҫәптән матди-техник базаны үҫтереү планында 2016 йыл, Ф. М. Байрамғолов.
Европа кимәлендәге ҡорамалдар менән тәьмин ителгән перинаталь үҙәктең яңы корпусы Аврора урамында урынлашҡан. Был матур бина проектына тиң Рәсәйҙә юҡ. «Ростехнологиялар» дәүләт корпорацияһы заказын венгр компанияһы ПЭТРУСКо ентекләп эшләне. Палаталар корпусы майҙаны 24000 квадрат метр тәшкил итә.
Башҡортостан халҡының ихтяжын тормошҡа ашырыу маҡсатында, алдағы перспективала амбулатория-поликлиника хеҙмәтенең дә яңы бинаһы булырға тейеш тигән фекер йәшәй.
Баштараҡ юғары һөнәри кимәлдәге кадрҙар кәрәк була, сөнки халыҡ ҡатмарлы проблемалары менән килә.
Хәҙер йәш белгестәрҙе уҡытып, уларға һөнәри үҫешкә мөмкинлектәр биреү ҡаралған. Бүлек мөдирҙәре һәм баш белгестәр сит ил клиникаларында белемдәрен камиллаштырҙылар, бында республикала бер ерҙә лә эшләнмәгән уникаль операциялар яһайҙар.
Шул арауыҡта Рәсәйҙең һәм сит илдәге әйҙәүсе клиникаларында уҡыған 112 юғары класлы белгес әҙерләнде, клиника белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Ветерандар советы ҙур ярҙам күрһәтә. 2003 йылда перинаталь үҙәктең эмблемаһы, ә 2013 йылда, 10 йыллыҡ юбилейға, учреждениеның гимны булдырыла.
Музей булдырыу планы ла күҙ уңында тотола. Республика перинаталь үҙәге Ф. Кургаев иҫтәлегенә үткәрелгән йыл һайын ҡабатланған ярыштарҙа ҡатнаша[2].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике ҡыҙы һәм улы бар. Ҡатыны һәм өлкән ҡыҙы — табиптар, Республика перинаталь үҙәгендә эшләйҙәр. Уртансы һәм кесе балалары ла табип һөнәре тураһында хыяллана.
Һөнәри ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы 30-ҙан артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы
- БР һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты һәм Почёт Грамотаһы
- БР эске эштәр министры Почёт Грамотаһы
- Өфө ҡала округы Почёт Грамотаһы
- «Ҡала алдында хеҙмәте өсөн» күкрәккә тағыла торған билдә (Өфө, 2008).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фирғәт Миҙхәт улы Байрамғолов башҡара. Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре. Илшат Яхин музыкаһы һәм арнжировкаһы
- Электронный журнал
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Деловой мир Башкотостана, 09.05.2020(недоступная ссылка)
- Фирғәт Миҙхәт улы Байрамғолов 2022 йыл 24 апрель архивланған.
- http://eurasian-defence.ru/?q=node/18166 Центр военно-политических исследований
- Консультации. Обучение. Байрамгулов Ф. М.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://nailtimler.com/people_page/people_02b/bayramgulov_firgat_midhatovich.html 2022 йыл 24 апрель архивланған. Фирғәт Миҙхәт улы Байрамғолов
- ↑ Деловой мир Башкотостана, 09.05.2020(недоступная ссылка)