Балалар йорттары
Балалар йорттары — етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн интернат тибындағы тәрбиә учреждениелары.
Ҡыҫҡаса белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балалар йорттары балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, үҙ аллы тормошҡа әҙерләү мәсьәләләрен хәл итә. Балалар сабый йорттарынан, айырым шәхестәрҙән һ. б. ҡабул ителә. Балалар Б. й. 18 йәшкә тиклем йәшәй ала. Урындағы үҙидаралы ҡоргандары составындағы опека һәм попечителлек органдары тәрбиәләнеүселәрҙе уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, патронат йәки аҫрауға алыусы ғаиләләргә тапшырыу мәсьәләһен хәл итә.
Балалар йорттары төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РФ-та балалар йорттары түбәндәге төрҙәре ҡаралған: тәрбиәләнеүселәрҙең йәше (мәктәпкәсә, мәктәп йәшендәге балалар өсөн һәм ҡатнаш), балаларҙың үҫеш үҙенсәлеге (ябай, коррекция), ҡоролошо (балалар йорттары, балалар йорттары-мәктәптәр, ғаилә балалар йорттары, балалар ауылдары) буйынса.
Рәсәй балалар йорттары тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә 18 быуат башынан етем балалар Патриарх приказы эргәһендәге балалар приюттарында, тәрбиә йорттарында һ. б. дәүләт учреждениеларында тәрбиәләнә. Дини, хәйриә ойошмалары башланғысы м‑н шәхси учреждениелар ҙа барлыҡҡа килә. 19 быуат башында дәүләт етем балалар учреждениелары, нигеҙҙә, губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказдарына һәм Императрица Мария учреждениелары ведомствоһына буйһона, 1860‑сы йылдарҙың уртаһынан земствоға тапшырыла. Совет власының тәүге йылдарында балалар учреждениеларының төрлө типтары асыла: балалар йорттары, мәктәп-коммуналар, хеҙмәт колониялары, балалар усаҡтары, ябай приёмниктар һ.б. 1918 йылғы революцияға тиклемге һәм яңы етем балалар учреждениеларының бөтәһе лә Балалар йорттарына үҙгәртелә һәм социаль тәьминәт органдарына, 1919 йылдан хөкүмәт (Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау ХК), партия һәм йәмәғәт структуралары ҡарамағына тапшырыла; ҡайһы бер учреждениелар Эске эштәр ХК‑на буйһона. Шефлыҡ институты ойошторола — предприятиелар, хәрби частар, хеҙмәткәрҙәр коллективтары ярҙам итеү өсөн балалар йорттары беркетелә. 1930‑сы йылдарҙа улар мәктәп һәм мәктәпкәсә; нормаль, ауыр тәрбиәләнеүсе һәм кәмселектәре булған балалар өсөн; милләт буйыса балалар йорттарына бүленә; мәктәптәр менән берләштереү ғәмәлгә инә. Сәйәси репрессиялар һәм Бөйөк Ватан һуғышы балалар йорттары һанының артыуына килтерә. СССР ХКС‑ының «Ата‑әсәһеҙ ҡалған балаларҙы урынлаштырыу тураһында» (1942) ҡарарына ярашлы балалар йорттары өҫтәмә селтәре булдырыла. Граждандарҙың опека һәм патронат формаһында етемдәрҙе тәрбиәләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге була. 1956 йылда балалар йорттары күпселеге мәктәп-интернаттарға үҙгәртеп ҡорола. Һуңынан тәжрибә балалар йорттары күпкә асығыраҡ тәрбиә формаһы булараҡ өҫтөнлөгөн күрһәтә, шуға күрә улар яңынан тергеҙелә. 80‑се йылдар аҙағында етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы матди тәьмин итеү һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу буйынса хөкүмәт ҡарарҙары ҡабул ителә, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу һәм уҡытыу буйынса саралар күрелә. 90-сы йылдар уртаһынан «Рәсәй балалары» Президент программаһы тормошҡа ашырыла башлай.
Башҡортостандағы балалар йорттары тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1748 й. Көньяҡ Уралда Ырымбур губерна канцелярияһы эргәһендә һөргөнгә ебәрелгән кешеләрҙең балалары өсөн башланғыс белем биреүсе «махсус мәктәп» асыла. Уҡыусылар казармаларҙа ҡаҙна иҫәбенә йәшәй. 18 б. аҙ. мәктәптә 21 уҡыусы уҡый. 1797 й. Ырымбур ҡ. һәм ҡайһы бер ҡәлғәләрҙә хәрби ведомство һалдат һәм казак балалары өсөн гарнизон мәктәптәрен ойоштора, улар 1798 й. хәрби етемдәр бүлексәләренә, 1827—28 йй. хәрби кантонсылар батальондарына үҙгәртелә. XIX быуатка Башҡортостанда етем балалар йәшәгән һәм белем алған уҡыу йорттары асыла башлай. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са, Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында етем балалар өсөн 4 хәйриә учреждениеһы, мәҫ., Дини семинария эргәһендә етем балалар йорто, ауыл ерендә приюттар, монастырҙар эргәһендә учреждениелар була (ҡара: Хәйриә). 1919 й. 23 Б.й. барлыҡҡа килә, уларҙа 1,2 мең бала тәрбиәләнә. Белорет заводы эргәһендәге ауылда 100 тәрбиәләнеүсе м‑н Петроградтан эвакуацияланған Б. й. урынлаша. 1920‑се йй. башында респ. балалар ҡарауһыҙлығын бөтөрөү б‑са көрәш йәйелдерелә. Тамьян-Ҡатай кантоны Сермән а. мәктәп-коммуна (ҡара: Сермән балалар йорто), Өфөлә Балалар йорто № 1, Стәрлетамаҡ ҡ. хеҙмәт колонияһы һ. б. асыла. 1921 й. БАССР Мәғариф ХК Б. й. адм. һәм финанс эштәре м‑н шөғөлләнеүсе Соц. тәрбиә идаралығын ойоштора. 1921—22 йй. аслыҡ арҡаһында етем балалар һаны арта һәм шуға ярашлы Б.й. һаны күбәйә; йәйге айҙарҙа Өфөгә улустарҙан көн һайын йөҙәрләгән бала килә (Бәләбәй өйәҙенән генә — көнөнә 150-гә тиклем бала). 1922 й. 210 (20 меңгә яҡын бала) Б. й. иҫәпләнә, 1920‑се йй. аҙ. — яҡынса 150 (4—5 мең), 1930‑сы йй. аҙ. — 36 (4 мең бала), уларҙың 27‑һе (ш. иҫ. Өфөлә һәм Белорет ҡ. һаңғырау-телһеҙҙәр, Бөрө ҡ. һуҡырҙар өсөн мәктәп, Өфөлә һаңғырау‑телһеҙҙәр өсөн мәктәпкәсә Б.й.) Мәғариф ХК-на буйһона; 4‑һе — Һаулыҡ һаҡлау ХК-на (3‑һө Өфөлә, ш. иҫ. трахоматоз, тире-венерологик һәм имсәк балалар йорто; 1‑һе — Бөрөлә, туберкулёз); 2‑һе — Соц. тәьминәт ХК-на (Боҙаяҙҙағы аҡыл яғынан үҫешеп етмәгән һәм Бүздәктәге физик яҡтан үҫешеп етмәгән балалар өсөн); 3‑һө — Эске эштәр ХК‑на (2 колония һәм таратыусы приёмник). 5‑һе мәктәпкәсә, 20-нән ашыуы — мәктәп, 6‑һы — ҡатнаш Б.й. ҡарай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. СССР-ҙың фронт алды райондарынан балалар учреждениелары эвакуациялана. 1942 й. сент. ҡарата 15 эвакуацияланған Б.й. (2,8 мең бала), ш. иҫ. испан балалары өсөн 4 Б.й. иҫәпләнә. 1943 й. тағы 36, 1944 й. 30-ҙан ашыу Б. й. асыла; айырым шәхестәр башланғысы м‑н төҙөлгән 15 Б. й. дәүләт тәьминәтенә ҡабул ителә. 1944—45 йй. 137 Б.й. ярҙамсы хужалыҡтар ойошторола. 1945 й. 132 Б.й. (16 мең бала) эшләй, 1955—116 (8 мең), 1966 — 37 (4 мең), 1978 — 29 (2,5 мең), 1990 — 16 (1,2 мең), 2000 — 32 Б.й. (1,8 мең бала). 1980‑се йй. аҙағында аҙ һанлы Б.й. (100 урынға тиклем) ҡыҫҡартыу иҫәбенә Б.й. эреләтелә; ғаилә Б.й. барлыҡҡа килә. 2009 й. 29 Б.й. иҫәпләнгән (1,7 мең бала). Респ. «Башҡортостан Республикаһы балалары» Президент программаһы һ. б. эшләй.
Балалар йорттары тураһында кинолар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1988 — Эй, Аллам үлһәм ине
- 1989 — Дөйөм йөрт
- 1992 — Мин һиңә ышанам
- 2005 — Итальянец
- 2010 — Ябыҡ мәктәп
- 1983 — Балалар йорто хужабикәһе.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фото и Видео Викимилектә |
- Балалар йорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Статья в БСЭ(недоступная ссылка)
- Федеральный банк данных о детях-сиротах и детях, оставшихся без попечения родителей
- Каталог сайтов детских домов России
- Статья в энциклопедии «Москва»(недоступная ссылка)
- Статьи и полезная информация для воспитанников, выпускников и работников детских домов и интернатов 2022 йыл 4 ғинуар архивланған.
- Известные выпускники детских домов
- Условия усыновления
- Сайт А. Гезалова «Сиротская душа»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рудаков В. Е.,. Детские приюты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Филимонов М. А. Это наша с тобой биография: очерки истории профсоюзной организации работников народного образования и науки РБ. Уфа, 1999;
- Сидорова Л. К. Организация и содержание работы с детьми-сиротами и детьми, оставшимися без попечения родителей. М., 2004