Балатау (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балатау
Характеристики
Оҙонлоғо5 км
Киңлеге3 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге639 м
Урынлашыуы
53°30′14″ с. ш. 56°18′43″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Горная системаУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Балатау
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Балатау

Балатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай районы буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге 2,5—3 км тиклем, абсолют бейеклеге 639 м. Юғалыусы һыу ағымдары (Үрек й. ҡушылдыҡтары) аҡҡан һай карстлы уйһыулыҡтар менән бүленгән 5 айырым тау массивынан тора. Һырт көньяҡ һәм төньяҡ ситтәге өлөштәрендә текә, яланғас эзбизташлы битләүҙәр бар. Көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре һөҙәк. Карст упҡындары күп. Өҫкө вендтың әшә серияһынан алып карбон ултырмаларына тиклемге тоҡомдарҙан тора. Өҫтөндә ҡараһыу һоро урман һәм ҡараға оҡшаш тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай‑ҡайын урмандары үҫә. Ҡаялы түбәләре һәм текә битләүҙәре ҡайын һәм ҡарағай ҡатыш тәпәш буйлы имәнлектәр менән ҡапланған. Урман эсендәге аҡландар көтөүлек һәм сабынлыҡтар итеп файҙаланыла.

Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һырттың атамаһы «бала» һүҙенән алынған, бәлки «бәләкәй» тигәнде аңлаталыр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]