Эстәлеккә күсергә

Балаҡарға (йыр, риүәйәт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Балаҡарға»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Дауамлығы

3,5 мин

Балаҡарғабашҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Элек башҡорттар араһында ҙур кәүҙәле батыр йәшәгән. Ҡаҙаҡтарҙа ундай көслө батыр булмаған, шуның өсөн улар башҡорт батырын тоторға теләгәндәр. Ләкин батыр бик көслө булған, уны күмәкләп тә еңә алмағандар. Ҡаҙаҡтар үҙҙәренең халҡы араһында ла шундай батырҙар булыуын теләгәндәр һәм уның тоҡомон таратыу маҡсатында батырҙың ауырлы ҡатынын урларға булғандар. Бер көн батыр һунарға киткән, ҡаҙаҡтар уның өйөнән ҡатынын урлап алып киткәндәр. Батыр ҡайтҡас, ҡатынының юҡлығын күреп, уны эҙләп сығып китергә булған. Һыбай китһә, ҡаҙаҡтар уны шунда уҡ тоторҙар ине, сөнки ул атҡа ултырһа, бик алыҫтан күренеп тора икән, шуға батыр йәйәү киткән. Батыр көндөҙ йәшенеп ятҡан, ә төндәрен атлаған. Шулай бара торғас, бер ауылға еткән. Тирмәләр янына

Балаҡарға
Дошман ҡыуып килә, баланы ҡайҙа ҡуяйыҡ, ҡуяйыҡ,
Күрәһеңме ҡарға ояһын, шунда ғына һалайыҡ, һалайыҡ,
Эй... тәрирә-тирә-тәрирәй, тәрирә-тирө-тирәрәй-тирәрәй.

Балабыҙҙы ҡалдырабыҙ, ҡарғалар, һеҙ ҡарағыҙ, ҡарағыҙ,
Дошман беҙҙе ҡыуып килә, илгә ҡайтып барабыҙ, барабыҙ,
Эй... тәрирә-тирә-тәрирәй, тәрирә-тирә-тирәрәй-тирәрәй.

Башҡорт халыҡ йыры"

барып, тыңлап йөрөй икән. Батыр бер тирмәлә шым ғына бер ҡатын илағанын ишеткән. Батырҙың ҡатыны булған ул. Батыр шым ғына уны саҡырған да улар икәүләп ҡасып киткәндәр. Ҡаҙаҡтар уларҙы ҡыуа сыҡҡан. Юлда ҡатындың бәпәйе тыуған. Улар тағы йүгергәндәр. Бала менән ҡасыу ҡурҡыныс була башлаған, сөнки ҡаҙаҡтарҙың яҡынлап килгән тауыштары ишетелгән. Тотолмаҫ өсөн, улар баланы ҡарға ояһына һалып китергә мәжбүр булған. Үҙҙәре Яйыҡ йылғаһына сумып, аръяҡҡа йөҙөп сыҡҡандар. Аръяҡта башҡорт ауылдары башланған. Ҡаҙаҡтар ҡурҡып, кире ҡайтып киткән.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, батыр менән уның ҡатыны баланы алып ҡайтырға теләгәндәр. Баланы үлгән, тип уйлаған улар. Ләкин оя янына барып еткәс, тере баланы күреп аптырап киткәндәр. Бала өҫтөндә ҡарғалар осоп йөрөгән. Батыр менән ҡатыны баланы алып, ҡыуана-ҡыуана ҡайтып киткәндәр. Ҡоштар уларҙы бик оҙаҡ оҙатып барғандар. Ҡайтҡас, батыр менән ҡатын был тарихҡа арнап йыр сығарғандар. Шул ваҡыттан «Балаҡарға» йыры халыҡ араһында таралып киткән.

  • Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0