Балдаҡ атыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балдаҡ атыш уйыны
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
ялан
Физик активлыҡ
уртаса

Балдаҡ атыш (урыҫ.стрельба в кольцо) — башҡорт балалар уйыны. Башҡорт халҡы борондан уҡ балаларҙы кесе йәштән үк мәргәнлеккә өйрәткән. Был уйын шуларҙың береһе.

Уйын урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл ситендәге тигеҙ ялан.

Әҙерлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйнарға теләүселәр 4-5 баланан артып китһә, был уйынды уҙаҡлашып (ишләшеп) ике тигеҙ төркөмгә бүлергә мәмкин.

Һәр бер уйнаусыла йәйә йәки уғатар мылтыҡ һәм бер нисә башаҡлы уҡ булырға тейеш. Сәп урынына бүрәнә ағастан бысылған тәгәрмәсте алалар. Уның диаметры 15-20 см, ҡалынлығы 3 см тирәһе. Ул тәгәрмәсте ергә ныҡ итеп ҡаҙап ҡуйылған ағастың осона беркетәләр. Атыу һыҙығы сәптән 10 м самаһы алыҫлыҡта булырға тейеш.

Яҡтарға бүленеп уйнаған саҡта, ике сәп яһарға һәм уларҙың араларын 3-4 м ҡалдырып,йәнәш итеп ергә ҡаҙап ҡуйырға кәрәк. һәр яҡтың үҙенең бер баш уҡсыһы була.Йәш ағастан бысып алынған тәгәрмәстең йөҙөндәге ысын сәпкә оҡшаған түңәрәк һыҙыҡтар-бүлкәттәр бар. Ошо түңәрәк бүлкәттәрҙе өлөштәргә бүлеп сығырға кәрәк. Ул саҡта унынсы өлөш ағас үҙәгенә тура килергә тейеш. Сәпте түңәрәк бүлкәттәргә бүлеү ике тигеҙ төркөмгә бүленеп уйнағанда кәрәк.Сөнки был осраҡта яҡтар араһындағы ярыштың һөҙөмтәһе мәрәй иҫәбе менән билдәләнәсәк.

Уйындың аңлатмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡсыла, билдәләнгән урындан тороп, ағас тәгәрмәстең үҙәгенә төбәп, тейгеҙергә тырышалар. Кемдең уғы сәптең иң үҙәгенә барып ҡаҙала, шул иң мәргән атыусыларҙан һанала. Ә үҙәктән ситәрәк тейгеҙгәндәре уртансылар була. Бөөтөнләй яҙа атҡандары насар уҡсылар була.

Ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярыш башланғанда бөтә уҡсылар ҙа уҡ атҡан һыҙыҡ янына туплана.Сәптең арт яғында бер йән эйәһелә булырға тейеш түгел. Уҡтарҙың барыһы ла атылып бөткәс кенә, сәп янына барырға рөхсәт ителә. Һәр уҡсы үҙ уҡтарын таный белергә тейеш. Бер атҡанда нисәшәр уҡ атыуҙы алдан билдәләргә кәрәк. Яҡтарға бүленеп уйнағанда,уҡ атыуҙы сиратлап уҙғарырға кәрәк.Уҡ атыуҙар тамамланғас, ярыш һөөҙөмтәһен һәр яҡтың баш уҡсылары бергәләп тикшерә.

Уйындың әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡул мускулдарын көсәйтә, мәргәнлекә өйрәтә, күҙҙең осҡорлоғон яҡшырта, ғәйрәтлек, үҙ көсөнә ышаныу тәрбиәләй.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.