Баранова Мария Ефимовна
Баранова Мария Ефимовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1923 |
Тыуған урыны |
СССР Краснодар крайы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 май 1991 |
Вафат булған урыны | Краснодар крайы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Баранова Мария Ефимовна (1923—1991) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Ефимовна Баранова 1923 йылдың сентябрендә Гривенская станицаһында, хәҙер Краснодар крайының Калинин районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Ауыл мәктәбендә ете класты тамамлағас, урындағы Красноармейский дөгө совхозында ауыл хужалығы производствоһының төрлө участкаларында эшләй башлай. 1960 йылда «Славянский» дөгөсөлөк совхозының йәшелсә бригадаһында эшләй, кәбеҫтә, ҡарбуз һәм виноград үҫтерә. Һуңыраҡ дөгө баҫыуында һыу ҡойоусы була
1963 йылда Мария Ефимовна 45,8 гектар майҙанда һәр гектарынан Кубандың түбәнге өлөшө өсөн рекордлы булған 89,2 центнер дөгө үҫтерә; звено етәксеһе булып һайлана һәм СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1966 йылда Краснодар крайында үҙенең дөгө баҫыуында юғары уңыш — һәр гектарынан 86 центнер дөгө ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге указы менән етештереүҙе арттырыуҙа һәм бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, дөгө, башҡа иген культураларын әҙерләүҙә өлгәшкән уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнле ҡулланғаны өсөн Баранова Мария Ефимовнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. КПСС ағзаһы була, Краснодар крайы һәм Славянский районы хеҙмәтсәндәр депутаттарының район советы депутаты итеп һайлана, ауыл хужалығы эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәренең VI профсоюз съезы делегаты һәм СССР профсоюздарының XIII съезы делегаты һәм профсоюздарҙың Үҙәк Комитет ағзаһы була (1963).
Баранова Мария Ефимовна, союз әһәмиәтендәге пенсионер булып, 1979 йылда хаҡлы ялға сыға[1] . Әммә, үҙенең тәжрибәһен йәш дөгө үҫтереүселәргә тапшырып, 1986 йылға тиклем эшләүен дауам итә.
Краснодар крайының Славянский районында йәшәй. 1991 йылдың 22 майында вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Памятный знак |
- Краснодар крайының Славянский районында хеҙмәт батырына мемориаль билдә ҡуйылған.[2]
- Герой исемен Славянский районы Дөгө ҡасабаһындағы 56-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе йөрөтә[3]
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эш һөҙөмтәләре буйынса 8-се биш йыллыҡта Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ң (1971) һәм икенсе Ленин ордены менән бүләкләнгән(1973).
- Шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында ВДНХ СССР алтын миҙал (1963) һәм «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970).
- 1972 йылда «СССР Союзының 50-йыллығы Союзы» иҫтәлекле билдәһе; 1973 һәм 1974 йылдарҙа «Социалистик ярыш еңеүсеһе» исеменә лайыҡ була һәм иҫтәлекле билдәләр менән бүләкләнә; 1977 йылда «Бөйөк октябрҙең 60 йыллығына» иҫтәлекле билдә менән бүләкләнә[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Социалистического Труда Краснодарского края
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.