Барбара Радзивилл
Барбара Радзивилл | |
Barbara Radziwiłł | |
Тыуған: | 6 декабрь 1520 Вильно |
---|---|
Үлгән: | 8 май 1551 (30 йәш) Краков |
Ерләнгән: | Изге Станислав кафедраль соборы[d] |
Династия: | Радзивиллдар[d] |
Атаһы: | Юрий Геркулес Радзивилл[d][1] |
Әсәһе: | Барбара Коланка[d] |
Супруг: | Сигизмунд II Август[d][1] һәм Станислав Гаштольд[d][1] |
Ба́рбара Радзиви́лл (Варвара Радзивилл, бел. Барбара Радзівіл, пол. Barbara Radziwiłłówna, лит. Barbora Radvilaitė; 6 декабрь 1520 йыл, фараз буйынса Вильнола — 8 май 1551 йыл, Краков) — Польша королеваһы һәм Бөйөк Литва княгиняһы. Гаштольдтар (Гоштовтар) биләмәләренең вариҫы. Станислав Гаштольдтың ҡатыны, артабан Бөйөк Литва кенәзе һәм Польша короле Сигизмунд II Августтың ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1520 йылдың 6 декабрендә Литва магнаттары Радзивиллдар ғаиләһендә тыуған. 1538 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1537 йылдың 18 майында[2]) Литва магнаты Альберт Гаштольдтың улы — воевода Станислав Гаштольдҡа кейәүгә сыға, әммә 1542 йылда уҡ тол ҡатын булып китә.
1547 йылда Сигизмунд Август менән йәшерен никах төҙөй. Йәшерен никахты Барбараның ағалары ойоштора, тиҙҙән тантанан һуң йәштәр ярты йылға айырылышҡан — король ошо никахҡа рөхсәт алыуға ирешеү өмөтө менән сеймға (парламентҡа) йүнәлгән, ә Барбараны нәҫел замогы Дубинкиға (Дубингяй) ебәргән. Йәштәр бер-береһенә хаттар һәм бәләкәй бүләктәр менән алышып бәйләнеш тотҡан. Барбараның Дубинкила булыуынан уның белемлеге һәм фекерләү киңлеге тураһында шаһит иткән нескә хаттар ҡалған.
1548 йылда Сигизмунд II Август Польша тәхетен мираҫ итеп алғас, рәсми рәүештә үҙенең кәләш алыуы тураһында иғлан итә һәм Барбара Радзивиллды Польшаның королеваһы итеп таныуҙы талап иткән. Быға бигерәк тә королдең әсәһе Бона Сфорца һәм поляк аҡһөйәктәре үтә ҡаршы булған, улар Литваның Польшанан тулы бойондороҡһоҙлоғо яҡлылары — Радзивиллдар нәҫеленең көсәйеүенән ҡурҡҡан. Тик 1550 йылдың 7 майында Краковта Барбараға таж кейҙерелгән, әммә тиҙҙә сирләй һәм 1551 йылдың 8 майында вафат булған. Фараздар буйынса уны Бона Сфорца ағыулаған.
«Краков массионарийҙары анналдарында» Барбара Радзивилл хаҡында ҡыҫҡаса ошолай яҙылған: «Икенсе мәртәбә ул (король Сигизмунд Август) Радзивиллдар нәҫеле һәм кенәздәренән, ҡасандыр Гастольдҡа вәғәҙә ителгән, Барбараны кәләш итеп алған, улға 1547 йылдың йәйендә Краковта изге Барбара көнөндә таж кейҙерелгән, әммә киләһе 1547 йылда появившегося под пупком плотного нарыва арҡаһында вафат булған».
Барбараны король Сигизмунд Краковтан Вильноға тиклем оҙатҡан. Изге Станислав кафедраль соборында ерләнгән.
Художестволы һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барбара Радзивиллдың романтик мөхәббәт тарихы һәм зауыҡлы фигураһы поляк һәм литва телдәрендәге бер нисә проза, шиғри һәм драма әҫәрҙәренә материал булып хеҙмәт иткән. Риүәйәттең береһенә ярашлы, тылсымсы пан Твардовский королдең үтенесе буйынса һөйгәненең йәнен саҡыртҡан. Был сюжет поляк рәссамы Войцех Герсондың картинаһының нигеҙенә ятҡан (Познань Милли музейынд һаҡлана).
Барбара Радзивиллға поляк драматургтары Францишек Венжик (1811) һәм Алоиз Фелинскийҙың (1823) драмалары арналған. 1948 йылда Йонас Гринюс Žygimantas Augustas ir Barbora Radvilaitė драмаһын баҫтырған. Литва прозаигы һәм драматургы Юозас Грушас «Барбора Радвилайте» (Barbora Radvilaitė; 1971) шиғри драмаһын ижад иткән (1972 йылда Каунас дәүләт драма театрында, 1973 йылда Клайпеда драма театрында, 1980 йылда Литва рус драма театрында, 1982 йылда Литва телевидениеһында ҡуйылған).[3] «Барбора Радвилайте» һәм «Швитригайла» тарихи драмалары өсөн Юозас Грушас 1976 йылда Республика премияһына лайыҡ булған.
Белорус шағирәһе һәм либретисы Татьяна Мушинская тарафынан «Барбара Радзивилл» тарихи балетының либреттоһы яҙылған.
Барбара Радзивиллдың тормошо, мөхәббәте һәм үлеме тураһында белорус драматургы Алексей Дударевтың «Чорная панна Нясвіжа» (1998) драматик поэмаһында хикәйәләнә. Ошо поэма буйынса ҡуйылған спектакль Минсктағы Янка Купала исемендәге Милли академия театрының һәм Белоруссияның башҡа театрҙарының репертуарҙарына керә. Шулай уҡ Барбара Радзивилл тарихын белорус яҙыусыһы Юрий Татаринов үҙенең «Барбара Радзивилл» тарихи проза йыйынтығында хикәйләгән[4].
-
Войцех Герсон. Барбара Радзивилл өрәге (1886)
-
Ян Матейко. Вильнола Радзивилл һарайында Варвара менән Сигизмунд Август
-
Варшавала Урсынов һарайындағы баҫҡыста Барбара Радзивилл бюсы
Барбара Радзивилл рәссам Йоанна Бружененың эстампында (1971), Игнас Будристың портретында (1974) һәм башҡа һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән. Вильнюста Вокечю урамында Барбара Радзивилл һәйкәле ҡуйылған, уның скульпторы Владас Вильджюнас (1979).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барбара Радзивилл Литва Республикаһының 1996 йылғы почта маркаһында һүрәтләнгән (XVI быуат портреты буйынса рәссам К. Каткус төшөргән)
- Барбара Радзивилл хөрмәтенә Вильнюстың Иҫке ҡалаһында Барборос Радвилайтес урамы (элекке Пионерю урамы) аталған.
- 2004 йылдан Вильнюстың Яңы Вильно районында Геню урамындағы прогимназия Барбара Радзивилл исемен йөрөтә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Radziwiłłowie herbu Trąby (пол.) — Warszawa: Archiwum Główne Akt Dawnych, Wydawnictwo DiG, 1996. — 67 с. — ISBN 83-85490-62-0
- ↑ Raimonda Ragauskienė. Barbora Radvilaitė. Vilnius: Vaga, 1999. P. 75. ISBN 5-415-01395-4
- ↑ Это своеобразный вариант Ромео и Джульетты — ставшая легендой история любви польско-литовского короля Сигизмунда Августа и красавицы дворянки, молодой вдовы Барборы Радвилайте. В центре драмы Грушаса — столкновение могучей, романтической, облагораживающей любви с фанатизмом государства и двором королевы Боны, матери Сигизмунда Августа. В обусловленный реальными историческими обстоятельствами конфликт драмы, где звучит и тема исторической судьбы Литвы, автор включает борьбу героев за принципы гуманизма, за права своей личности, полноту своей жизни.
- ↑ «Барбара Радзивилл»
- ↑ Mokyklos istorija ir tradicijos (лит.). Vilniaus Barboros Radvilaitės progimnazija. Vilniaus Barboros Radvilaitės progimnazija (7 август 2017). Дата обращения: 2 август 2018.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. В. Экземплярский. Варвара Радзивилловна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Raimonda Ragauskienė. Barbora Radvilaitė. — Vilnius: Vaga, 1999. — ISBN 5-415-01395-4.
- Alfredas Bumblauskas. Senosios Lietuvos istorija, 1009—1795. — Vilnius: R. Paknio leidykla, 2005. — P. 234—235. — ISBN 9986-830-89-3.
- Zygmuntas Kuchovicius. Barbora Radvilaite.
- Jagiellonki Polskie w XVI. wieku. Obrazy rodziny i dworu Zygmunta I. i Zygmunta Augusta Królów Polskich. Przez Alexandra Przezdzieckiego. — T. 1. — Kraków, 1868.