Эстәлеккә күсергә

Барлыҡ диндәр ғибәҙәтханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барлыҡ диндәр ғибәҙәтханаһы
Нигеҙләү датаһы 1992
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Карта
 Барлыҡ диндәр ғибәҙәтханаһы Викимилектә

Барлыҡ диндәр ғибәҙәтханаһы (Бөтөн ер йөҙө ғибәҙәтханаһы, халыҡ-ара рухи берҙәмлектең мәҙәни үҙәге) — Ҡазандың Иҫке Ураҡсы биҫтәһендә урынлашҡан архитекторлыҡ конструкция.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һалыу эше 1994 йылда рәссам, архитектор, скульптор һәм йәмәғәт эшлеклеһе Илдар Ханов тарафынан башланған.[1] Уның ниәтенсә, ул диндәрҙең, цивилизацияларының һәм мәҙәниәттәрҙең архитекторлыҡ символы булараҡ ҡоролған.

Ансамблдә православие сиркәүе, мәсет, синагога күршелек итәләр.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ансамблдә насара сиркәүе, мосолман мәсете, йәһүд синагогаһы, будда пагодаһы, төрлө конфессиялар һәм диндәрҙең башҡа объекттары урынлашҡан. Проектта бөтәһе 16 дин, шул иҫәптән юҡҡа сыҡҡан цивилизацияларҙың дини культтары, көмбәҙҙәре һәм биналарҙың башҡа күренекле элементтары ҡаралған. Бының өсөн түбәндәге залдар булдырыу планлаштырылған[2]:

  • Һинд Ведалары
  • Ҡытай Даоһы
  • Япон Дзэн-Буддизмы
  • Тибет
  • Индонезия
  • Мысыр
  • Майя
  • Иран
  • Розенкрейцерҙар һәм масондар
  • Протестант
  • Православие һәм католиклыҡ
  • Сит планета аҡылы

Әлеге ваҡытта комплекста Мысыр һәм Католик залдары, Сәй бүлмәһе һәм Ғайса Мәсих, Театр залдары, Картиналар галереяһы булдырылған. Уларҙың интерьерҙары монументаль рәсем сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре менән биҙәлгән[2].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://log-in.ru/articles/569/
  2. 2,0 2,1 Храм всех религий в Казани – фото, описание, история, Красоты России (10 май 2016). 6 март 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 3 март архивланған.